Эстәлеккә күсергә

Мөрит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөрит (ғәр. مريد‎‎ — эйәреүсе, шәкерт; рус. мюрид, мури́д) — суфыйлыҡта, бағышланыуҙың һәм рухи камиллаштырыуҙың беренсе (түбән) баҫҡысында торған уҡыусы. Киңерәк ҡулланылышта был термин суфый булғанлыҡты, ғөмүмән, ябай мосолман кешеһен дә аңлата ала.

Суфыйҙар тәриҡәтенә инергә әҙерләнгән кешене мөрит тип атайҙар . Мөрит остазы (шәйех, мөршид)[1]алдында билдәле бер бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала. Ул үҙ ихтыярын Аллаһы тәғәлә һәм остазының ихтыярына буйһондорорға тейеш. Мөриттың ихтыярын Аллаһҡа буйһондороу остаз етәкселегендә башҡарыла. Шәйехкә буйһонғандан һуң мөрит, «юлсы» (салиҡ) булып, рухи юл үтә. Остаз етәкселегенән башҡа рухи юл үтеү мөмкин түгел[2].

Мөритлеккә бағышланыу остаздың уҡыусыға биргән нәсихәтенән башлана. Улар бер-береһенә ҡаршы ултыралар. Шәйех үҙ ҡулын шәкерттең ҡулына һала һәм тәүбә итеү, доға ҡылыу һәм суфый тәриҡәте ҡиммәттәре кәрәклеге тураһында һөйләй.[3].

Ғәҙәттә мөрит үҙ өҫтөнә ҡайһы бер йөкләмәләрҙе ала (әҙәптәр):

  • Бөтә әмерҙәрҙә һәм тыйыуҙарҙа үҙ шәйехенә буйһоноу
  • иҫнәмәҫкә һәм йоҡлап ятмаҫҡа, сәбәпһеҙ көлмәҫкә, ҡысҡырып һөйләшмәҫкә[4],
  • көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға, йәмәғәт менән уҡыу хәйерлерәк,
  • таҙа кейем кейергә һәм таҙа урында өҫтәмә (вирд) намаҙҙар уҡырға[5],
  • үҙ остазыңдан башҡа бер кемгәлә бармаҫҡа,
  • уҡытыусыңды тикшермәҫкә[6],,
  • яңғыҙлыҡта булғанда, кеше алдында эшләмәгәнде эшләмәҫкә, йәғни үҙен Аллаһ һәр ваҡыт күҙәткән кеүек тоторға тейеш[7].

Шулай уҡ мөрит шәйех менән аралашҡанда билдәле бер ҡағиҙәләргә таянырға тейеш[3]

  • Шәйехкә һорауһыҙ инмәҫкә
  • Шәйех алдында рөхсәтһеҙ ултырмаҫҡа,
  • Шәйехтең намаҙлығына баҫмаҫҡа,
  • Сәләмләгәндә шәйехтең уң ҡулын үбергә,
  • Шәйех менән уның рөхсәтенән тыш һөйләшә башламаҫҡа
  • Шәйехтең йөҙөнә оҙаҡ итеп ҡарамаҫҡа,
  • Шәйехкә артың менән боролмаҫҡа.
  1. Халидов, 1991, с. 172
  2. Али-заде, 2007
  3. 3,0 3,1 АДАБУЛЬ-МАРЗИЯ. Дата обращения: 17 ғинуар 2017. Архивировано 18 ғинуар 2017 года.
  4. Адабы мюрида в отношении своего Шейха. Дата обращения: 18 июль 2022. Архивировано 4 май 2022 года.
  5. Этика мюрида. Дата обращения: 18 июль 2014. Архивировано из оригинала 19 июнь 2014 года. 2014 йыл 19 июнь архивланған.
  6. 40 АДАБОВ МЮРИДА. Дата обращения: 18 июль 2014. Архивировано 25 июль 2014 года.
  7. Бахауддин Мухаммад Накшбанди. Дата обращения: 18 июль 2022. Архивировано 4 май 2022 года.
  • Халидов А. Б. Мурид // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 172—173. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Мюрид // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Murīd // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)