Хәл (дин)
Хәл (ғәр. حال, күпл. әхүәл; «торош» мәғәнәһендә; рус. Хал) — суфыйлыҡта: маҡсатҡа йүнәлешле аң торошо, йыш ҡына суфыйҙың Аллаһыға барған юлындағы рухи практика продукты итеп аңлатыла. Мөғтәзилиҙәрҙә хәл — предметтың билдәле бер ваҡыт мәлендә торошо.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәл Аллаһтан килә һәм мистиктың тырышлығына йәки үҙ-үҙен камиллаштырыу практикаһына бәйле түгел. Хәл теләһә ҡайһы ваҡытта килә ала, ә суфый, үҙе был хәлгә инә алмаған кеүек, хәлде үҙенән сығара ла алмай[1].
Хәл илаһи яҡтылыҡтан барлыҡҡа килә. Аңлау рухи донъяның үлсәү берәмеге булған билдәле бер мәлдә була. Әбү Хәмит Әл-Ғәзали һәм ибн Ғәрәби хәлгә гносеологик (танып белеү) статусы биргәндәр. Әл-Ансари фекеренсә, үҙ рухи хәлен нығытҡан мистиктар «әүлиә» кимәленә етә[2].
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәл классификацияһын Зүн-Нүн әл-Мисри һәм әл-Харис әл-Мөхәсиби эшләгән[2].
Әс-Сарраж 10 хәл торошон билдәләй[2]:
- үҙ-үҙеңде контролдә тотоу (мураҡаба);
- яҡынлыҡ ;
- мөхәббәт;
- ҡурҡыу (хәүеф);
- өмөт ;
- дәрт (шауыҡ);
- ихласлыҡ;
- йән тыныслығы (итмәнинә);
- күҙәтеү (мүшәхәҙә)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [837 Хал] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ḥāl / Gardet L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Mojtahed Shabestari M., Negahban F. Aḥwāl // Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary Encyclopaedia Islamica. — Brill Online.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колодин, Александр Хал . Культура веры. Путеводитель сомневающихся. Дата обращения: 13 июль 2015.