Рудаки
Рудаки | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Рудаки Викимилектә | |
Әбү Абдулла Джафара Рудаки (фарс. ابو عبد الله رودکی; 858—941) — фарсы шағиры һәм ғалим, танылған фарсы шағирҙарынан иң тәүгеләрҙән булып, яңы фарсы телендә шиғыр яҙа башлай. Күптәр Рудакиҙы «фарсы шиғриәтенең атаһы»[4] тип йөрөтә, сөнки ул ошо телдәге әҙәбиәттең башында тора[5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исем һәм куниә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сам’ани, уның артынса Шәйех Манин, шағирҙың исеме һәм куниәһе сифатында «Абу Абдаллах Джа’фар ибн Мөхәммәт ибн Хәким ибн Абдаррахман ибн Әҙәм әр-Рудаки, Сәмәрҡәнд шағиры» тип атайҙар. Бындай тенденция, әммә ҡайһы ваҡыт ниндәйҙер кәмһетеүҙе белдереп, XV быуатҡа тиклем һаҡлана. XV быуаттан башлап, сығанаҡтарҙа шағирҙың башҡа төрлө куньяһын осратырға була. Мәҫәлән, Дәүләтшаһ Сәмәрҡанди буйынса, уны «Устад Абулхәсән Рудаки» тип йөрөткәндәр. Вәлих Дағыстани былай тип яҙған — «Уның үҙ исеме — Абдаллаһ, ә куньяһы — Әбү Джә’фәр һәм Абулхәсән»[6]. Риза Кули-хан был мәсьәләне хәл итә алмайынса былай тип яҙа: «Уның үҙ исеме Мөхәммәт, куниәһе — Әбүлхәсән. Ҡайһы берәүҙәр уның исеме Абдуллаһ тип уйлай, ә икенселәр уның куниәһе Әбү Абдаллаһ, ә исеме Джә’фәр ибн Мөхәммәт тип һанай» [6].
Тыуыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рудакиҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында бик аҙ билдәле. Уның тормошоноң тәүге осоро тураһында һөйләүсе берҙән-бер сығанаҡ булып «Лубаб әл-әлбаб» («Йөрәктәрҙең асылы»)[7] тора. Рудакиҙың тыуған датаһы билдәле түгел. Тикшеренеүселәр, уның үлгән йылына һәм ҡайһы бер әйткәндәренә ҡарап, тыуған ваҡыты тураһында төрлө фараздар яһай. Европа авторҙары шағирҙың тыуған йылы тип III быуаттың икенсе яртыһын. х./865 г. (H. Ethe), ок. 880 г. (Pizzi, W. Jackson), IX быуаттың дүртенсе сиреген (Ch. Pickering) һәм IX быуаттың аҙағын (F. F. Arbuthnot) күрһәтә. А. кКрымский фекеренә ярашлы, Рудаки Бохара Сәфәриҙәр ҡулынан Сәмәниҙәр династияһы ҡулына күскән заманда (874 йыл) тыуған; Е. Э. Бертельс тыуған йылы сифатында 855—860 йылдарҙы күрһәтә; А. Дехоти һәм М. Занд — 850—860; Мирзозода — 858; И. С. Брагинский — IX быуаттың 50-се йылдарын; А. М. Мирзоев — IX быуат башының икенсе яртыһын; С. Нәфиси — яҡынса 873—874 йылдарҙы йәки III быуат уртаһындағы х /ок. 864—865 йылдарҙы билдәләй[8].
1940 йылға тиклем уның тыуған урыны билдәле булмаған. Ҡайһы берәүҙәр Рудакиҙың Бохарала тыуған тип иҫәпләһә, икенселәр — Сәмәрҡәнд, өсөнсөләр Панджруд ауылы тип раҫлай. Яҙма дәлилдәр һәм урындағы халыҡ менән аралашыу нигеҙендә, бөйөк тажик яҙыусыһы һәм әҙәбиәтсеһе Садриддин Айни шағир тыуған ере булып Рудаҡ ауылы тора, тигән фекергә килә. Ул шағирҙың ерләнгән урыны Панджруд тигән ҡышлаҡта булыуын да асыҡлауға ирешә[9]. Рудаки ғаиләһенең ниндәй социаль класҡа ҡарауы билдәһеҙ. Әммә бер бәиттән аңлашылыуынса, уның иң түбән ҡатламдарҙан сыҡҡанлығы һәм шағирға күп кенә ауырлыҡтар тура килгәнлеге билдәле
[Кейҙем] мин сарыҡ, [йөрөнөм] ишәктә, ә хәҙер шуға өлгәштем, Кытай итеген таныйм ғәрәп атын[10]. |
А. Т. Таһирйәнов фекеренсә, шағирҙың атаһы йә дини, йә белемле кеше булған. Үҙенең иғтибарын Рудакиҙың һигеҙ йәштән үк Ҡөрьәнде яттан белеүенә йүнәлтеп, ул шағирҙы изге китапты 5-6 йәшендә үк өйрәнә башлаған тип фаразлай, сөнки таныш булмаған телдә яҙылған китапты ятлап алыу «бик ҡатмарлы эш». Ихтимал, уға көн һайын сәғәттәр буйы уҡырға кәрәк булғандыр, ә бының өсөн баланың ата-әсәһе, шулай уҡ ауыл халҡынан берәйһе йәки имам шарттар тыуҙырғандыр[11].
Һуҡырлыҡ?
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]X быуат аҙағынан башлап,әҙәбиәттә Рудаки тыумыштан һуҡыр булған тигән раҫлауҙар осрай[12]. XII быуат аҙағында — XIII быуат башында йәшәгән ғалим һәм яҙыусы Мөхәммәт Ауфи шағирҙың тыумыштан һуҡыр булыуын билдәләп, түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: «уның шул тиклем һәләтле һәм зирәк икәнлеген һигеҙ йәшендә үк Ҡөрьәнде яттан белеүе күрһәтеп тора, уҡырға ла өйрәнеп ала, шиғырҙар ижад итә һәм тәрән мәғәнәле фекерҙәрен дә белдерә башлай»[7]. Ауфиҙан һуң уның әйткәндәрен артабанғы антология авторҙары ла ҡабатлай. Рудаки ижадын өйрәнеүсе күп кенә совет тикшеренеүселәре лә 1958 йылға тиклем ошо уҡ фекер яҡлы булалар. Был фекерҙең дөрөҫлөгөнә беренсе башлап H. Ethe шик белдерә, ә уның артынса J. Darmesteter, I. Pizzi, E. Browne, W. Jackson һәм А. Кырымский ҙа шағирҙың тыумыштан һуҡыр булыуына ышанмауҙарын белдерә[13].
Француз ориенталисы Дж. Дармстетер, шағирҙың һуҡырлығын инҡар итмәй, әммә былай тип билдәләй: «Рудакиҙың ҡарашы шул тиклем асыҡ, беҙ хатта легенданың ысынбарлыҡҡа тап килгәненә шик белдереп ҡуябыҙ, сөнки унан тороп ҡалған шиғырҙарҙа буяуҙар көтөлмәгәнсә ҙур роль уйнайҙар… һәм беҙгә ул үҙенең һуҡырлығы тураһында онотҡолап ҡуйғандай тойола башлай»[12]. Х. М. Мирзо-заде шағир тыумыштан уҡ һуҡыр булған хәлдә, уны Сәмәниҙәр һарайы шағиры сифатында тотоуҙары икеле булыуына иғтибарҙы йүнәлтә. Улай ғына ла түгел, Рудаки әҫәрҙәрендәге реалистик тасуирлауҙарҙан сығып, ул былай тип билдәләй: «ул үҙ күҙҙәре менән тормош күренештәрен күҙәтеү мөмкинлегенә эйә булған шағир булғанға оҡшай»[14]. Һөйәктәр буйынса шағирҙың скульптур портретын тергеҙеүсе күренекле совет антропологы М. М. Герасимов фекеренсә, Рудаки оло йәшендә күҙҙән яҙған: уның күҙҙәре өтөлгән[15]. Рудаки һөлдәһенең торошон анализлап, ул «Рудакиҙы ҡыҙҙырылған тимер киҫәге менән һуҡырайтҡандар», тип билдәләй, өҫтәүенә, ти ул, «күҙ алмаһы зыян күрмәгән, хатта деформацияланмаған булыуы ла ихтимал». Күҙҙе соҡоп алып ташлау билдәләре булмағанлыҡтан һәм улар табылмағанлыҡтан, М. М. Герасимов Рудакиҙың «тышҡы ҡиәфәте генә бешеү арҡаһында» һуҡырайтылған, тип иҫәпләй[16].
Сәмәниҙәр һарайында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Х. М. Мирзозоданың фаразына ярашлы, Рудаки тыуған ауылынан Заравшан үҙәнендәге төп ҡалаларҙың береһе — X быуатта Сәмәниҙәр дәүләтенең сәйәси, иҡтисади, ғилми һәм әҙәби тормошонда икенсе үҙәге һаналған Сәмәрҡәндҡа юллана. Рудакиҙың ғәрәп телен яҡшы белгәненә иғтибарҙы итеп, «уны бары тик ҙур үҙәктәрҙәге рухи мәктәптәрҙә генә өйрәнергә мөмкин…» булыуын билдәләй[17]. С. Нәфиси Рудаки Бохараға Сәмәрҡәндтағы Рудаҡтан сығып киткән, тип иҫәпләй[11]. Рудаки үҙенең бер шиғырында Бохараға өлгөргән шағир һәм хәлле кеше булғас килгәнен телгә ала:
Са’маниҙың әйтеүе буйынса, Рудаки хәҙистәрҙе Сәмәрҡанд ҡазыйы Исмаил ибн Мөхәммәт ибн Әсләм һәм уның уҡытыусыһы Абдуллах ибн Әбү Хәмзә Сәмәрҡанди һүҙҙәренә таянып яҙып алған. Ошларҙан сығып, С. Нәфиси Рудаки Бохараға киткәнгә тиклем үк Сәмәрҡәндҡа уҡырға килә һәм бында ҡала ҡазыйынан хәҙистәр өйрәнә, тигән һығымта яһай[18].
Рудакиҙың Сәмәниҙәр һарайына ҡасан йәлеп ителгәне билдәһеҙ. Бөтә сығанаҡтар ҙа уның 913—943 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Сәмәниҙәр әмире Наср ибн Әхмәттең замандашы булғанлығы менән килешә[19] А. Крымский, С. Нәфиси, М. И. Занд һәм һәм А. М. Мирзоевтар шағир Сәмәниҙәр һарайына 890 йылда Исмаил Сәмәни идара иткәндә үк барып эләккән, тип фараз итәләр[20] . Рудакиҙың әмир Наср ибн Әхмәт һарайына килеп юлығыу шарттары шулай уҡ билдәһеҙ. Ауфиҙың һөйләүе буйынса, шағир әмир һарайында йәшәгән осоронда сикһеҙ байып китә: «Әмир Наср ибн Әхмәт Сәмәни Хөрәсән хакимы булғанда, ул уны (Рудакиҙы — иҫкәрмә) үҙенә бик тә яҡынлата, был ваҡытта уның эштәре бик уңышлы бара, ә хазиналары һәм байлығы сиктән аша. Уның ике йөҙләп ҡоло, карауанында дүрт йөҙләп дөйәһе булған имеш тип һөйләйҙәр. Бындай бөйөклөк һәм бәхет унан һуң бер генә шағирға ла эләкмәй»[21].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рудаки бик уңышлы автор иҫәпләнә. Ул поэмалар, ҡасида, ғәззәл, рубағи, лугз (йәки чистан), кит'ә һ.б. ижад итә[22] . Риүәйәттәр буйынса, уның 130 меңдән ашыу ике юллыҡ шиғыры һаҡланған тип иҫәпләнә, ә уның 1300 мең тигән версия — дөрөҫлөккә тап килмәй[23]. Ауфи әйтеүе буйынса, Рудакиҙың әҫәрҙәре йөҙ дәфтәргә торошлоҡ бирә[22].
Рудаки фарсы әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, фарсы[24] шиғриәтен башлап ебәреүсе һанала. Бик иртә йырсы һәм музыкант-рапсод, шулай уҡ шағир булараҡ дан ҡаҙана. Ярайһы уҡ яҡшы схоластик белем ала,ғәрәп телен, шулай уҡ Ҡөрьәнде яҡшы үҙләштерә. Һөйәктәр буйынса кешенең тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеү методикаһыны авторы совет ғалимы М. М. Герасимов Рудакиҙың тыумыштан һуҡыр булыуын кире ҡаға, ул шағир 60 йәштән дә алда һуҡыраймаған, тип раҫлай[25]. Иран ғалимы Саид Нәфиси, Рудаки һәм Әмир Наср Сәмәни (Сәмәниҙәр династияһы хакимы) исмаилит булғандар һәм 940 йылда исмаилиттарға ҡаршы ҙур ихтилал ойошторғандар, тип иҫәпләй. Рудакиҙы күрә алмаған вәзиренең кәңәше буйынса, Әмир Наср шағирҙы һуҡырайтырға һәм уның бар мөлкәтен тартып алырға бойора. Был ваҡиғаларҙан һуң, элегерәк Рудакиға көнләшеп ҡараусы һарайҙағы икенсе бер шағир Әмир Насырҙы «Һин тарихта бөйөк шағирҙы һуҡырайтыусы хаким булып иҫтә ҡаласаҡһың», тип оялтҡас,Әмир Наср үҙенең ҡылған ҡылығы өсөн бик борсола, вәзирҙе язаларға ҡуша, ә Рудакиға мул итеп байлыҡ бүлергә бойора, әммә шағир уның йомарт бүләктәренән баш тарта һәм тыуған ауылы Панджрудта фәҡирлектә вафат була. Рудаки 40 йылдан ашыу Бохара хакимдарының Сәмәниҙәр һарайында бер быуын шағирҙар менән етәкселек итә һәм ҙур дан ҡаҙана.
Рудакиҙың әҙәби мираҫынан (риүәйәттәр буйынса, уның 130 меңдән ашыу ике юллыҡ шиғыры һаҡланған тип иҫәпләнә, ә уның 1300 мең тигән версия — дөрөҫлөккә тап килмәй) беҙҙең көндәргә ни бары бер мең ике юллыҡ шиғыры ғына килеп етә. Уның «Шарап әсәһе» (933 йыл) тигән ҡасидаһы, «Ҡартыҡҡа зарланыу» исемле автобиографик ҡасидаһы, шулай уҡ 40-ҡа яҡын дүрт юллыҡтары (робағи)) тулыһынса һаҡланған. Ҡалғандары — панегирик, лирик һәм фәлсәфәүи-дидактик йөкмәткеле әҫәрҙәренән фрагменттар, шул иҫәптән, «Калила һәм Димна» поэмаһынан өҙөктәр (932 йылда ғәрәп теленән тәржемә ителгән) һәм тағы биш поэмаһы.
Маҡтау һәм анакреонтик темаға яҙылған шиғырҙары менән бер рәттән, Рудаки әҫәрҙәрендәк кешенең аҡыл көсөнә ышаныс, белем алырға саҡырыу, изгелек ҡылыу һәм тормошҡа актив йоғонто яһау мотивтары ла яңғырай. Рудаки һәм уның замандаштары шиғриәтендәге шиғри алымдарҙың ябайлығы, образдарҙың аңлайышлы һәм сағыулығы XII быуатҡа тиклем һаҡланған һәм улар булдырған хөрәсән йәки төркөстан стилен ҡылыҡһырлай.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тажикстандың — баш ҡалаһы Дүшәмбенең үҙәк проспекты Рудаки исемен йөрөтә.
- Тыуған ауылында Рудакиҙыҡы тип һаналған ҡәберҙә мавзолей төҙөү.
- Меркурийҙағы кратр Рудаки хөрмәтенә аталған.
- Сәмәрҡәндта, 1990 йылда Үзбәкстан халҡының Сәмәрҡанд тарих һәм мәҙәниәт музейы янындағы майҙандың Регистан ансамбленең һул яғында Рудакиға һәйкәл ҡуйылған, әммә ул һәйкәл 2009 йылда Сәмәрҡәндтың яңы майҙандарының береһенә күсерелә.
- Сәмәрҡәнд проспекттарының береһе Рудаки хөрмәтенә аталған.
- Алма-аталағы урамдарҙың береһе шулай уҡ Рудаки исемен йөрөтә.
- «Шағир яҙмышы» — Рудаки яҙмышы тураһында фильм, «Таджикфильм» киностудияһы, 1959 йыл
- 1958 йылда Рудакиға арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
- Рудакиҙың портреты 2010 йылғы 500-лек самони банкнотында һүрәтләнгән.
- Өлкә дәүләт (Хорог) исемендәге музыкаль комедия театры уның исемен йөрөткән.
(Рудаки (Тажикстан) исемендәге Республика тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы.
- Тажик дәүләт филармонияһына уның исеме бирелде
- Рудаки исемендәге опера театры (Тегеран, Иран)
- 2013 йылда Рус Букеры[26] һәм Студент Букеры[27] премияларын яҙыусы А. Г. Волос «Панджрудҡа ҡайтыу» романы өсөн ала, уның төп геройы — шағир Рудаки.
Реставрациянан һуң Рудаки мавзолейы | Дүшәнбелә Рудакиға һәйкәл. Авторы Фуад Абдурахманов[28] | Истаравшан ҡалаһында Рудаки һәйкәле Тажикстан |
Тажикстандың 2008 йылғы, Абу Абдаллаһ Рудакиҙың 1150 йыллығына арнап сығарылған иҫтәлекле тәңкәһе - 5 сомони - көмөш 925 | Тажикстандың 2008 йылғы, Абу Абдаллаһ Рудакиҙың 1150 йыллығына арнап сығарылған иҫтәлекле тәңкәһе - 5 сомони - биметалл | Почта маркаһы СССР, 1958 йыл |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 РУДАКИ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ https://www.persee.fr/doc/lefab_0996-6560_2015_num_26_1_1262 — Б. 181.
- ↑ Rūdakī // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Rūdakī — Британника энциклопедияһында
- ↑ Iran VIII. Persian literature (2) Classical — Encyclopædia Iranica
- ↑ 6,0 6,1 Мирзоев, 1968, с. 85-8685-86
- ↑ 7,0 7,1 Мирзоев, 1968, с. 8888
- ↑ Тагирджанов, 1968, с. 26-2726-27
- ↑ Мирзо-заде, 1958, с. 66
- ↑ Мирзоев, 1968, с. 84
- ↑ 11,0 11,1 Тагирджанов, 1968, с. 3434
- ↑ 12,0 12,1 Мирзо-заде, 1958, с. 77
- ↑ Тагирджанов, 1968, с. 61-6261-62
- ↑ Мирзо-заде, 1958, с. 88
- ↑ Брагинский, 1989, с. 99
- ↑ Тагирджанов, 1968, с. 76-7776-77
- ↑ Тагирджанов, 1968, с. 32-3332-33
- ↑ Тагирджанов, 1968, с. 4040
- ↑ Мирзоев, 1968, с. 8989
- ↑ Тагирджанов, 1968, с. 4343
- ↑ Мирзоев, 1968, с. 9797
- ↑ 22,0 22,1 Тагирджанов, 1968, с. 282282
- ↑ Рудаки . БСЭ.
- ↑ Большая советская энциклопедия
- ↑ Реконструкция М. М. Герасимов 1957 2013 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Русский Букер - Литературная Премия - Russian Booker. www.russianbooker.org. Дата обращения: 11 август 2016. 2019 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Литературная премия Студенческий Букер - 2013 . studbooker.rsuh.ru. Дата обращения: 11 август 2016. 2016 йыл 12 сентябрь архивланған.
- ↑ Культура Советского Азербайджана. — Б.: Азербайджанское государственное издательство, 1980. — С. 89. — 180 с.