Диаоха
Диаоха | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. XII быуат |
---|---|
Алдағы | Хайаса[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 760 |
Диаоха (Диаэни) — Кавказ аръяғының көньяҡ-көнбайышында боронғо регион (дәүләт берәмеге). Колхиданың көньяҡ сиктәре һәм Урартуның төньяҡ-көнбайыш сиктәре менән сиктәш булған. Диаоханың баш ҡалаһы — Зуа.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диаоха атамаһы тәүге тапҡыр Яҡын Көнсығыш сығанаҡтарында беҙҙең эраға тиклем XII—VIII быуаттарҙа телгә алынған. Ассирия яҙмаларында Диаэна булараҡ яҙылған.
Боронғо гректар төбәк халҡын «таохтар» тип атай башлағандар, бынан Тао (Тайк) тарихи өлкәһенең атамаһы барлыҡҡа килгән[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бихисап ғилми тикшеренеүҙәр булыуына ҡарамаҫтан Диаоха халҡы тураһында мәсьәлә асыҡ булып ҡала[2].
Таралған версияларҙың береһе буйынса, был төбәктең халҡы протокартвел (боронғо грузин) ҡәбиләләренә ҡараған[3][1][4][5].
Башҡа версия буйынса, был төбәктә хурриттар йәшәгән (фараз буйынса таохтар хуррит сығышлы булғандар)[6][7][8][9][10].
Тарих фәндәре докторы Б. А. Арутюнян, беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта йәшәгән Чорох йылғаһы бассейны халҡының этник сығышын анализлағанда, беҙҙең эраға тиклем VII—VI быуаттарҙа был төбәктә скиф ҡәбиләләре йәшәгән, улар урындағы әрмән халҡын буйһондорған, ә Чорох йылғаһы тамағы районында — грузин ҡәбиләләре йәшәгән. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында улар башлыса әрмән халҡы формалашыуында ҡатнашҡан[6]. Дөйөм алғанда ул был территория халҡының ҡатнаш составлы булыуы тураһындағы версия яҡлы[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр телгә алыныу беҙҙең эраға тиклем 1112 йылға ҡарай, был ваҡытта Ассирия батшаһы Тиглатпаласар I төньяҡҡа Ҡара диңгеҙ яғына яу менән барған: «Бөтә батшаларҙы тереләй әсиргә алдым. Уларҙың бөтәһендә ярлыҡаным, ғүмерен һаҡланым, әммә уларҙың улдарын аманат итеп ҡалдырҙым. Улар өҫтөнә яһаҡ һалдым — 1200 баш йылҡы һәм 2000 баш эре мөгөҙлө мал, һәм үҙ илдәренә ебәрҙем. Ассирия илаһына буйһонмаған Диаэна иле батшаһын — Сиенды, мин бәйле рәүештә үҙемдең Ашшур ҡалаһына алып килдем һәм унда уны ярлыҡаным. Ул бөйөк илаһтарға буйһонғас, мин уны ебәрҙем». Беҙҙең эраға тиклем 845 йылда был территорияға ассириялар килгән һә батша Салманасар III уны буйһондорған.
Әммә тиҙҙән Диаоха Урартуның Менуа һәм Аргишти I батшаларының экспанциялау объекты булып киткән. Хәрби яуҙар барышында өлкә Урартуға ҡушылған. Бөҙҙөң эраға тиклем VIII быуатта, урартулар тарафынан ойошторлған тар-мар ителеүҙән һуң, Диаохиның төньяҡ ерҙәре фараз буйынса Колхида составына кергән[8]. Беҙҙең эраға тиклем 760-сы йылдарҙа Урарту батшалары яҙмаларында Диаоха телгә алынмай, шулай итеп Урарту һәм Колха күрше булып киткән[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Georgia // Encyclopædia Britannica
Among these were the Diauhi (Diaeni) nation, ancestors of the Taokhoi, who later domiciled in the southwestern Georgian province of Tao, and the Kulkha, forerunners of the Colchians, who held sway over large territories at the eastern end of the Black Sea. - ↑ И. М. Дьяконов. Глава II. История Армянского нагорья в эпоху бронзы и раннего железа // Предыстория армянского народа: История Арм. нагорья с 1500 по 500 г. до н. э. Хурриты, лувийцы, протоармяне. — Ер.: АН Арм. ССР, 1968. — С. 120. — 264 с.Оригинал текст (рус.)
«Этническая принадлежность Дайаэни не вполне ясна...»
- ↑ 3,0 3,1 Вачнадзе М., Гурули В., Бахтадзе М.А. История Грузии (с древнейших времён и до наших дней) 2019 йыл 25 май архивланған. Тбилиси: Тбилисский государственный университет, 1993. — 172 с.
...Цари Урарту Менуа и Аргишти I в IX–VIII веках до нашей эры несколько раз нанесли удар государству Диаохи. Диаохский царь Утупурси постоянно поднимал восстание: с 60-х годов VIII века до нашей эры в надписях урартских царей Диаохи уже не упоминается. Урартские цари боролись и с другими грузинскими племенами... - ↑ Б.А. Арутюнян. К вопросу об этнической принадлежности населения бассейна реки Чорох в VII—IV вв. до н. э. Историко-филологический журнал № 1-2 . pp. 233-246. ISSN 0135-0536 (1998). Дата обращения: 4 сентябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года. 2014 йыл 14 март архивланған. Оригинал текст (рус.)
233. «По мнению большинства специалистов, занимающие эту территорию племена, в вышеуказанный период, относились, пожалуй, к западной ветви грузинских племен. Если даже не считать грузинских исследователей, которые выдвигают или полностью поддерживают такую постановку проблемы, вышеупомянутая точка зрения не чужда, хотя и с определенной долей предположительности, и арменоведам. К примеру, Г. Тиранян считал, что племена саспейров или эсперитов, фасианов и халдайев (халдеев) или халибов имели, вероятно, картвельское или грузинское происхождение, а таохи — хурритское происхождение.»
- ↑ DIAOKHI: GEORGIAN PRE-HISTORY Text: Givi Koberidze. Maps: Andrew Andersen, George Partskhaladze — Putzgers, F.W., Historische Schul-Atlas, Leipzig / 1929
Several modern scholars believe Diauehi may have emerged as a tribal union of possible proto-Georgians in the post-Hittite period, in about the 12th century BC. This federation was powerful enough to counter the Assyrian forays, although in 1112 BC its king Sien was defeated and taken prisoner by Tiglath-Pileser I. - ↑ 6,0 6,1 6,2 Б. А. Арутюнян. К вопросу об этнической принадлежности населения бассейна реки Чорох в VII—IV вв. до н. э. Историко-филологический журнал № 1-2 . С. 233-246. ISSN 0135-0536 (1998). Дата обращения: 4 сентябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года. 2014 йыл 14 март архивланған.Оригинал текст (рус.)
233. «...К примеру, Г. Тиранян считал, что племена саспейров или эсперитов, фасианов и халдайев (халдеев) или халибов имели, вероятно, картвельское или грузинское происхождение, а таохи — хурритское происхождение.»
246. «Подытоживая вышесказанное, мы приходим к выводу, что бассейн реки Чорох в VII—VII веках до н.э. был населён скифскими племенами, подчинившими местное армянское население, а в районе устья реки Чорох — грузинские племена. Во второй половине I тысячелетия до н.э. они, в основном, оказались в водовороте формирования армянского народа и были арменезированы.» - ↑ М. А. Агларов. Дагестан в эпоху великого переселения народов: этногенетические исследования. — Институт истории, археологии и этнографии Дагестанского научного центра РАН. — С. 191. — 35 с.Оригинал текст (рус.)
31. «Среди специалистов существует мнение, что диаухи-таохи являлись хурритским племенем.»
- ↑ 8,0 8,1 М. С. Капица; Л. Б. Алаев; К. З. Ашрафян. Глава XXIX. Закавказье и сопредельные страны в период эллинизма // История Востока: Восток в древности. — М: "Восточная литература", 1997. — Т. 1. — С. 530.Оригинал текст (рус.)
«Западное протогрузинское объединение Колхида существовало самостоятельно давно; уже в VIII в. до х.э. оно предположительно унаследовало северные земли уничтоженного урартами хурритского государства таохов, расположенные в долине р. Чорох.»
- ↑ А. В. Седов. История древнего Востока. — М: Восточная литература, 2004. — С. 872. — 894 с. — ISBN 5020183881, 9785020183889.
- ↑ И. М. Дьяконов. Глава II. История Армянского нагорья в эпоху бронзы и раннего железа // Предыстория армянского народа: История Арм. нагорья с 1500 по 500 г. до н. э. Хурриты, лувийцы, протоармяне. — Ер.: АН Арм. ССР, 1968. — С. 120. — 264 с.Оригинал текст (рус.)
«Этническая принадлежность Дайаэни не вполне ясна; Г. А. Меликишвили считает их хурритским племенем, и это весьма вероятно. Но Дайаэни просуществовало до VIII в. до н.э., а следовательно, грузиноязычные халды-халибы, засвидетельствованные западнее, возможно, уже с IX в., должны были бы пройти здесь, скорее всего, раньше его образования, — по всей вероятности, в начале XII в. до н.э...»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Suny, R. G. The making of the Georgian nation / R. G. Suny. — 2nd ed. — [Bloomington, IN] : Indiana University Press, 1994. — P. 45. — 418 p. — ISBN 0-253-20915-3.
- Antonio Sagona, Claudia Sagona, Archaeology At The North-east Anatolian Frontier, I: An Historical Geography And A Field Survey of the Bayburt Province (Ancient Near Eastern Studies) (Hardcover), Peeters (January 30, 2005), ISBN 90-429-1390-8
- Georgia. (2006). Encyclopædia Britannica. Retrieved February 14, 2006, from Encyclopædia Britannica Premium Service
- Kavtaradze, G. L., An Attempt to Interpret Some Anatolian and Caucasian Ethnonyms of the Classical Sources, Sprache und Kultur, # 3 (Staatliche Ilia Tschawtschawadse Universitaet Tbilisi für Sprache und Kultur Institut zur Erforschung des westlichen Denkens). Tbilisi, 2002.
Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.