Эстәлеккә күсергә

Йыназа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йыназа
ғәр. غُسْلُ الْمَيِّتِ
Название с огласовками غُسْلُ الْمَيِّتِ
Нимә менән тоташа исламский взгляд на смерть[d] һәм Йыназа намаҙы
Вики-проект Проект:Ислам[d]
 Йыназа Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йыназа (ғәр. جنازة‎; рус. Джаназа) — ислам ерләү йолаһы. Ҡөрьәндә ерләү йолаһы яҙылмаған, әммә фиҡһта ентекле тасуирлана. Мосолман илдәрендә ерләү йолаһы бер аҙ айырыла. Был бигерәк тә исламға тиклемге осорҙағы йолала менән бәйле, әммә бөтә илдәрҙә лә һәммә мосолмандар күҙәткән төп ҡағиҙәләр бар.


Ерләү процессияһы Тажикстанда. 2012 йыл

Хәл өҫтөндәге сөнни шәһәҙәт әйтә алһа, уға быны эшләргә кәрәк, юҡ икән, уның ҡолағына шыбырлайҙар. Шиғыйҙар йолаһында шәһәҙәт урынына Ҡөрьәндең 36-сы Йа Син сүрәһе ҡулланыла. Мәрхүмде ҡибла яғына бороп кәфенлйҙәр.

Ерләнер алдынан мосолман мотлаҡ ғөсөлләндерелгән булырға тейеш. Бының өсөн махсус кеше ялланыла, йәки яҡын туғаны эшләй (улы — атаһын, ир туғаны — ир туғанын һәм башҡалар).

Йыуылған тәнгә бер нисә япманан торған айырым ерләү кейемдәре — кәфен кейҙерелә. Сөнниҙәр өс йәки таҡ һандан торған япма алыуҙы хәйерле һанай, шиғыйҙар өсәүҙе мотлаҡ тип иҫәпләй, әммә йыш ҡына ике ҡаплама алалар[1][2]. Теләһә ниндәй төҫ ҡулланырға рөхсәт ителә, тик аҡ төҫ яҡшыраҡ, күк төҫ өнәлмәй[3]. Мәрхүмдең күҙҙәрен ҡаплап, яңағын бәйләйҙәр. Тығыҙ итеп кәфенләп, кәүҙәһен йыназа ағасына һалалар һәм йыназа намаҙы уҡыйҙар [2].

Бөтә сөнни мәҙһәбтәр ҙә зарураттан ғына булмаһа (дымлы тупраҡҡа ерләнһә йәки тәне ныҡ зыян күргән булһа) табутта ерләү тейешһеҙ тип иҫәпләй[4].

Алжирҙа ерләү процессияһы, XVII быуат

Мәрхүмде мөмкин тиклем иртәрәк ерләргә кәрәк. Әгәр мосолман иртән үлһә, ерләү шул уҡ көндө ҡояш байығанға тиклем башҡарылырға тейеш. Әгәр кеше көндөҙ йәки төнөн вафат булһа, уны икенсе көндө ерләргә мөмкин. Йыназа намаҙын уҡығандан һуң кәүҙәне ерләү процессияһы оҙатыуында зыяратҡа алып китәләр. Бындай процесс тиҙ хәрәкәт итергә тейеш, ә йыназа ағасын күтәреп барыусылар туҡтамайынса, уларҙы башҡаларға тапшырырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға процеста ҡатнашыу, шулай уҡ ҡысҡырып илау тыйылған, әммә йыш ҡына был тыйыу үтәлмәй. Яҡын туғандары мәрхүмдең кәүҙәһен ҡәбергә йөҙө менән ҡиблаға ҡаратып һала[2].

Ҡәбер мөмкин тиклем киң булырға тейеш. Ҡәберҙәр ике төрлө була: ҡәбер төбөндә махсус соҡор (шәкке) йәки ҡәберҙең ҡибла яҡ ҡабырғаһында уйым (ләхет) ҡаҙалар. Мәрхүмде ҡәбергә Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары уҡып һалалар. Дин әһелдәре ҡәберҙе билдәләүҙе тыя, ләкин мәрхүмдең исеме, уның тыуған һәм вафат булған йылдары яҙылған ҡәбер ташын ҡуйыу киң таралған[2].

Ерләүҙең айырым осраҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолмандарға кафырҙар өсөн доға ҡылыу тыйыла[5]. Уның тәнен йыумайҙар, әммә ерләйҙәр[2]. Әгәр үлгән сабый бер тапҡыр булһа ла ҡысҡырһа, уның мәйете өҫтөндә доға ҡылырға кәрәк[2]. Шәһиттәрҙең кәүҙәһе ғөсөлләнмәй, һәләк булған мәлдәге кейемдә ерләнә; шәфиғиҙәр шәһитте кәфенләп ерләү рөхсәт ителә тип иҫәпләй[6]. Шәфиғиҙәрҙә, мәликиҙәрҙә һәм хәнбәлиҙәрҙә шәһиттәргә йыназа уҡылмай; хәнәфиҙәр һәм шиғыйҙар шәһиттәргә ташлама яһамай[2][6].

Мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу тәзиә (ғәр. تعزية‎) тип атала. Уның мәрхүмдең вафатынан һуң тәүге өс көн эсендә белдерелеүе хәйерле. Шәриғәт был ваҡытта юлда булған йәки төрлө сәбәптәр арҡаһында кешенең үлеме тураһында һуңыраҡ белгән осраҡта аҙағыраҡ ҡайғы уртаҡлашырға рөхсәт итә[4]. Бер тапҡырҙан күберәк ҡайғы уртаҡлашыу мәкруһ тип һанала.

Урындағы традицияларға ярашлы мәрхүмдең вафатынан һуң 3-сө, 7-се һәм 40-сы көнөн иҫкә алыу йолаһы таралған[2].

Шиғыйҙар зыяраты Вади әс-Сәләм. Ираҡ
  • Резван Е. А. Джаназа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 58-59. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Абу Бакр аль-Касани. «Китаб аль-джаназа ва-ль-истифада мин хаза» (Книга о джаназа) / Сост. и пер. с араб. А. Муслимов; Под общ. ред. Д.В. Мухетдинова. — Н. Новгород: Махинур, 2006. — 192 с.
  • Muhammad Jawad Mughniyya. The five schools of Islamic law: al-Hanafi, al-Hanbali, al-Ja'fari, al-Maliki, al-Shafi'i. — 2. repr. — Qum: Ansariyan, 2003. — ISBN 978-964-438-459-2.