Карачи
Карачи | |
урду کَراچی ингл. Karachi синдхи ڪراچي | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1729 |
---|---|
Рәсми атамаһы | کراچی һәм ڪراچي |
Этнохороним | Karachiite, Karaĉiano, Karachite[1] һәм کراچوی |
Рәсми тел | Урду теле |
Дәүләт | Пакистан[2] |
Административ үҙәге | Синд[d] |
Административ үҙәк | Гулшан[d] |
Административ-территориаль берәмек | Синд[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Karachi[d] |
Хөкүмәт башлығы | Murtaza Wahab[d] |
Закондар сығарыу органы | Karachi Metropolitan Corporation[d] |
Ойошма ағзаһы | Всемирная федерация туристических городов[d][3] |
Халыҡ һаны | 14 910 352 кеше (2017)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 8 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Кум[d], Мәшһәд, Чикаго, Дели, Джиддә, Дубай, Калькутта, Бәйрүт, Лондон, Мумбай, Порт-Луи, Шанхай, Ташкәнт, Истанбул, Дакка, Хьюстон[d], Манама, Приштина, Куала-Лумпур, Зонгулдак[d] һәм Измит |
Милке | CDGK Stadium[d] һәм Peoples Football Stadium[d] |
Майҙан | 3527 км² |
Почта индексы | 74000–75900 |
Рәсми сайт | kmc.gos.pk |
Һештег | Karachi |
Тема географияһы | geography of Karachi[d] |
Тема иҡтисады | economy of Karachi[d] |
Теманың демографияһы | Демография Карачи[d] |
Урындағы телефон коды | 021 |
Номер тамғаһы коды | KA һәм KC |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q86697522? |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Karachi[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Karachi[d] |
Карачи Викимилектә |
Кара́чи (урду کراچی, ингл. Karachi, синдхи ڪراچي) — Пакистандың көньяғындағы портлы ҡала, илдең һәм донъяның иң ҙүр ҡалаларының береһе, Синд провинцияһы башҡалаһы. Халҡы 12 млн-дан 18 млн-ға тиклем[5] һәм донъяла кеше һаны буйынса 4-се агломерация булып тора[6].
Был Пакистандың финанс, банк, мәнәғәт үҙәге. Бында илдең эре корпорациялары урынлашҡан; туҡыма етештереү, автомобиль төҙөү сәнәғәте, шулай уҡ күңел асыу, сәнғәт, мода, реклама сәнәғәте киң үҫеш алған.
Ҡала Көньяҡ Азияла һәм Ислам донъяһында юғары белем биреү үҙәге булып тора. [7].
1958 йылда баш ҡаланы Равалпинди ҡалаһына күсергәнгә тиклем Карачи бәйһеҙ Пакистандың беренсе баш ҡалаһы була. Карачи һәм Касим — Һинд океаныың иң ҙур һәм иң йәмле порттары.
Пакистан бәйһеҙлек алғандан һуң ҡла халҡы ҡырҡа арта. Һиндостандан, Көнсыҡыш Пакистандан һәм Көньяк Азияның башҡа ҡалаларынан йөҙҙәрсә мең урду телендә һөйләшеүсе мигранттар Карачиға күсеп килә.
Ҡала майҙаны 3 527 км², был Гонконг майҙанынан дүрт тапҡырға тиерлек ҙурыраҡ. Урындағы халыҡ Карачи ҡалаһын «Уттар ҡалаһы» (урду روشنیوں کا شہر), «Кәләштәр ҡалаһы» (урду عروس البلاد) һәм «Каид ҡалаһы» (урду شہر قائد) тип атай, сөнки бында Пакистанды нигеҙләүсе һәм ҡаланы баш ҡала тип иғлан итеүсе Мухаммад Али Джинна тыуған һәм уның мавзолейы бар. Пакистанда ул Каид-э-Азам (ингл. Qaid-e-Azam, «Бөйөк юлбашсы») ҡушаматы менән билдәле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]18 быуат башында Карачи бәләкәй генә балыҡсылар ауылы була. Муссондарҙан һаҡлаған уңайла урында урынлашҡан өсөн 1795 йылда ауылда синдхи халҡы нағытылған форт төҙөй. 1839 йылда Карачиҙы Британия империяһы баҫып ала, был факт ауыл тарихында һынылаш осоро булып ҡала. Ғәрәп диңгеҙендә британдарҙың төп диңгеҙ портына әүрелә, бында империяның эре хәрби көстәре урынлаша. Шулай итеп, заманына ҡарап ауыл инфраструктураһы үҫешкән эре ҡалаға әүереләй[8].
1843 йылда Ҡарачи һәм Мултан ҡалалары араһында пароход йөрөй башлай (Инд йылғаһы буйлап 500 км-ға яҡын). 1854 йылда британдар иҫке порт урынына яңы порт төҙөй. 1961 йылда Карачи һәм Котри ҡалалары араһында тимер юлы төҙөлә. 1864 йылда Лондон менән туры телеграф бәйләнеше булдырала. 1969 йылда Суэц каналын асҡандан һуң, төбәктә Карачи роле үҫә һәм ҡала тулыһынса диңгеҙ портына әйләнә[8].
Беренсе донъя һуғышынан һуң ҡалала көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм сәнәғәт үҫеш ала. 1924 йылда ҡалала аэродром төҙөлә, ә 1936 йылда ҡала Синд провинцияһының үҙәге була[8].
1947 йылда Британия Һиндостаны тарҡалғандан һуң яңы Пакистан дәүләте барлыҡҡа килә. Карачи яңы дәүләттең баш ҡалаһы һәм уның диңгеҙ порты ғына түгел, шулай уҡ сәнәғәт бизнес һәм сауҙа үҙәге булып китә. 1969 йылда Исламабад баш ҡала итеп һайланҡанға тиклем Равалпинди ваҡытлыса баш ҡала тип билдәләнә. Был ваҡытта Карачи Пакистандың бизнес баш ҡалаһы һәм сәнәғәт үҙәге функцияһын үтәй. Киләһе ун йыллыҡта инфраструктура һәм сәнәғәт киң үҫешкән ҡалаға тирә яҡ ауылдарҙын һәм сит илдәрҙән кешеләр күпләп күсеп килә. Ҡаланың халҡа ике тапҡырға арта. Шулай итеп ҡаланың инфраструктураһы килгән халыҡ менән тула, халыҡтың өстән бере Пакистанда Катчи-Абади исеме менән билдәле булған трущобаларҙа йәшәргә мәжбүр була.Трущобаларҙа элект, һыу үткәргес, канализация юҡ. Халыҡтың күп булауы 21 быуатта Караичи өсөн иң ҙур проблемаға әйләнә[8].
Физик-географик характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карачи Пакистандың көньяғында Ғәрәбстан диңгеҙе буйынса урынлашҡан. Уның координаталары — 24 ° 51 'N 67 ° 02' E.Ҡала башлыса тигеҙлектә урынлашҡан. Көнбайыш өлөшөндә ҡалҡыулыҡтар, көньяғында Манора ярымутрауы. Ҡаланың ҡөньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Инд йылғаһының Дельтаһында шишмәләр һәм манго ағастары бар. Ҡаланың төньяҡ-көнбайышында Мынза мороно бар. Карачи диңгеҙ кимәленән 22 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡала аша ике йылға аға: Малир һәм Лайари йылғалары. Ҡаланың көнбайыш һәс төньяҡ өлөшөндә башҡа ваҡ йылҡалар күп. Карачи административ районының дөйөм майҙаны 3 527 км². Шуның 591 км² (17 %) өлөшөн ҡала биләп тора[8]. Остальные 2 936 км² (83 %) занимают пригороды и сельские районы, входящие в агломерацию.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һинд-Ганг тигеҙлеге йыйырсыҡлы тауҙар барлыҡҡа килтереп седиментация нәтижәһендә барлыҡҡа килгән Декан яҫытаулығына барып сыға. Ҡарачи тигеҙлектең ситендә, Инд йылғаһының ҡоролоҡло урынында урылашҡан. Ҡаланың көнбайышындағы ирригацион оазистан ваҡытында кибеп ҡалған бәләкәй йылғалар , шулай уҡ ҡаланан 40 км ситтә киң йылға үҙәне буйлап аҡҡан Инд йылғаһы берҙән бер һыу сығанаға булып тора.
Һинд океаны яры буйлап солончаклы сүллек һуҙылған. Океан яры буйылап, Инд йылғаһының дельтаһында мәңге йәшел манров урманы үҫә. Инд йылғаһының үҙәне Көньяҡ Азияның мөһим мамыҡ үҫтереү районы булып тора. Карачи, шулай уҡ халыҡ-ара авиалиниялар үҙәге булып тора [9][10].
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылы, тропик һәм яуым-төшөм миҡдары бик түбән (йылыны 250 мм) климат. Яуым-төшөмдөң күпселек өлөшө муссон миҙгелендә (ибль-август) айында яуа. Ҡыш йомаҡ һәм ҡоро, йәй эҫе һәм дымлы. Диңгеҙгә яҡын булыу һәм һалҡын диңгеҙ бризы дымлылыҡты тейешле кимәлдә тотоп тора. Юғары температуралы йәйге осор (апрелдән авгусҡа тиклем 30 до 44 °C) һәм (ноябрҙан февралгә тиклем) ҡышҡы айҙар Ҡарачиға килеүсәләр өсөн бик уңыйлы. Эҫе һәм дымлы йәй менән сағыштырғанда, декабрь һәм ғинуар айҙарында ҡалала идеаль һауа торошо шарттары барлыҡҡа килә. Июндә ямғырҙар миҙгеле башлана. 1967 йылда яуым-төшөм кимәленең рекорды булды — 429,3 мм[11]. 1953 йылдың 7 августында тәүлек яуым-төшөмөнөң рекорды булды — около 278,1 мм; ямғыр тәүлек әйлнәһенә туҡтамай яуҙы һәм һыу баҫыуҙарға сәбәпсе булды [12]. 1979 йылдың 18 июнендә Карачиҙа иң юғары температура теркәлә — 47 °C[11], 0,0 °C — иң түбән температура 1934 йылдың 21 ғинуарында теркәлә[11]. 2015 йылдың июнендә аномаль эҫелек рекордға етә алмай, 45°С була. Бер нисә көн эсендә һыуһыҙланыуҙан һәм эҫе ҡабыуҙан ҡалала 750 кеше үлә [13].
Карачи климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 32,8 | 36,1 | 41,5 | 44,4 | 47,8 | 47 | 42,2 | 41,7 | 42,8 | 43,3 | 38,5 | 34,5 | 47,8 |
Уртаса максимум, °C | 25 | 26 | 29 | 32 | 34 | 34 | 33 | 31 | 31 | 33 | 31 | 27 | 31 |
Уртаса минимум, °C | 13 | 14 | 19 | 23 | 26 | 28 | 27 | 26 | 25 | 22 | 18 | 14 | 21 |
Абсолют минимум, °C | −1,5 | 3,3 | 7 | 12,2 | 17,7 | 22,1 | 22,2 | 20 | 18 | 10 | 6,1 | 1,3 | −1,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 3,6 | 6,4 | 8,3 | 4,9 | 0,0 | 3,9 | 66,4 | 44,8 | 22,8 | 0,3 | 1,7 | 4,5 | 167,6 |
Сығанаҡ: [14][15] |
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәрҙәш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://cn.wtcf.org.cn/citys/4385-3.html
- ↑ Pakistan’s 10 most populous cities revealed — Sama TV, 2017.
- ↑ The largest cities in the world and their mayors . City Mayors. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ R.L. Forstall, R.P. Greene, and J.B. Pick, «Which are the largest? Why published populations for major world urban areas vary so greatly» 2010 йыл 31 май архивланған., City Futures Conference, (University of Illinois at Chicago, July 2004) — Table 5 (p.34)
- ↑ Pakistan City Karachi Online Information . Pakistancity.org. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 24 август архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Karāchi . Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ Индо-Гангская равнина
- ↑ Индия — Горная энциклопедия
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Climate data - Karachi (недоступная ссылка — история). Pakistan Meteorological Department, Government of Pakistan. Архивировано 25 август 2011 года. 2010 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ DAWN.COM | Archive | Your Source of News on the World Wide Web
- ↑ М Вакар Бхатти. Death toll in Karachi heatwave mounts to 748 (инг.) на сайте thenews.com.pk, 24 июня 2015
- ↑ Climate data - Karachi (недоступная ссылка — история). Pakistan Meteorological Department, Government of Pakistan. Архивировано 25 август 2011 года. 2010 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ World weather - average conditions - Karachi (недоступная ссылка — история). BBC. Дата обращения: 24 август 2010. Архивировано 25 август 2011 года.