Эстәлеккә күсергә

Конкур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Конкур
Рәсем
Пиктограмма
 Конкур Викимилектә
Конкур
Италиянан Анна Казагранде 1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпия уйындарында конкурҙа сығыш яһай

Конку́р (франц. concours hippique — ат ярыштары) — конкур майҙанында билдәле бер тәртиптә, билдәле бер ҡатмарлылыҡта һәм бейеклектә урынлаштырылған ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса ярышыу.

Конкур — ат спортының бик тамашалы төрө. Уңышҡа өлгәшеү өсөн спортсының һәм аттың ныҡышмалы һәм оҙайлы күнекмә үтеүе мөһим. Һыбайлы ҡыйыу, тәүәккәл, һиҙгер булырға, атҡа оҫта идара итергә тейеш. Аттың иһә бик ҡеүәтле булыуы, ҡаршылыҡҡа еткән мәлдә көслө этәрелеп, таһыллы һикерә белеүе, хәрәкәттәренең теүәллеге, ҡаршылыҡ өҫтөнән ырғып үткән һәм ергә баҫҡан саҡта тигеҙлек һаҡлай алыуы, һығылмалы булыуы зарур.

Конкур Францияла барлыҡҡа килгән тип һанала. XIX быуаттың 50-се йылдарында Париждағы аттар күргәҙмәһендә беренсе тапҡыр төрлө ҡаршылыҡтар аша һикереү буйынса ярыш үткәрелә, уны «конкур-иппик» тип атайҙар.

XIX быуаттың икенсе яртыһынан конкур-иппиктар — Бельгияла һәм Италияла, 1895 йылдан — Рәсәйҙә, шунан Германияла һәм Америкала үткәрелә башлай. Ҡыҫҡартып, конкур тип аталған был ярыштар Британ утрауҙарында ла тарала. Тиҙҙән конкур халыҡ-ара спортҡа килеп инә.

1900 йылда ат менән һикереү ярышы Париждағы II Олимпия уйындары программаһына индерелә.

1902 йылда Рәсәй конкурсылары тәү башлапТуриндағы халыҡ-ара ярышта ҡатнаша. Кавалергард полкы корнеты Александр Родзянко Туриндағы ярышта уңышҡа өлгәшә алмай, уның ҡарауы Рәсәйгә алдынғы ысулдарҙы алып ҡайта. 1910 йылда Рәсәйҙән ротмистр Бертрен Лондонда Канада кубогын яулай. 1911 йылда шунда уҡ Рәсәйҙән тағы бер ярышсы Король Георг V Кубогына лайыҡ була, ә 1912, 1913 һәм 1914 йылдарҙағы сағыу еңеүҙәре өсөн урыҫ конкурсыларына король Эдуард VII-нең күсмә алтын кубогы мәңгелеккә тапшырыла.

Ат спорты СССР-ҙа ла популяр була. 1952 йылда СССР йыйылма командаһы беренсе тапҡыр Хельсинкиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе булмағанлыҡтан, команда арттан икенсе урынға ҡала. Конкур артабан да совет спортсыларына еңел бирелмәй. 1959 йыл сенсация килтерә: Парижда совет конкурсылары Милләттәр кубогына команда ярышында еңеп сыға. Был спортсылар Эрнст Шабайло, Андрей Фаворский, Владимир Распопов һәм Борис Лилов була. Лилов өҫтәүенә артистарса йөрөү стиле өсөн парижлыларҙың призы менән билдәләнә.

СССР-ҙың конкур командаһы (Виктор Асмаев, Вячеслав Чуканов, Николай Корольков, Виктор Погановский) 1980 йылғы Олимпия уйындарында еңә.

Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр 2004 йылда Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына Рәсәй конкурсыһы Владимир Туганов эйә була.

Конкур ярыштарының төрҙәре бик күп, мәҫәлән:

«Үҙ маршрутың» — һәр ҡатнашыусы ойоштороусылар тәҡдим иткән ҡаршылыҡтарҙы индереп үҙ маршрутын төҙөй.

«Көҙгө маршруты» — бер юлы ике һыбайлы ике майҙанда бер үк маршрутты үтә. Насарыраҡ һөҙөмтә менән үткәне уйындан сыға. Иң һуңғы булып ҡалған спортсы еңеүсе була.

«Ҡатмарлылыҡ арта барыу» — был төрҙә алты, һигеҙ йә ун ҡаршылыҡлы маршрут бирелә, ҡаршылыҡтар ҡатмарлаша бара. Һәр үтелгән ҡаршылыҡ өсөн мәрәй бирелә: беренсеһе өсөн — бер, икенсеһе өсөн — ике, өсөнсөһө өсөн — өс һ.б.

«Һунар паркуры» — ҡаршылыҡтар мәжбүри маршруттан тыш үтелә. Ярыш тураһындағы положениела бары тик ҡаршылыҡтарҙың бейеклеге һәм иҫәбе күрһәтелә. Бөтә ҡаршылыҡтарҙы иң ҡыҫҡа ваҡытта үтеп, иң әҙ штраф мәрәйе алған спортсы еңә.

«Стилле» — балдар һыбайлының эйәрҙә нисек ултырыуына, эш итеүенә, аттың техникаһына, парҙың бергә көйлө эшләүенә ҡарап бирелә.

«Ваҡыт нормаһына яҡынлашыу буйынса» — был төрҙә һыбайлы ойоштороусылар биргән ваҡыт нормаһына һыйырға тырышырға тейеш.

«Ырғыу көсө буйынса» — ырғыу көсө буйынса ярыш (пьюсанс) бер нисә гиттан тора, улар барышында һыбайлы маршрутты таҙа үтһә генә, сираттағы әйләнешкә эләгә. һәр гиттан һуң ҡаршылыҡты бейегәйтәләр, ярыш аҙағына ул 2,25 метрға етергә мөмкин. Ғәҙәттә дүрт гиттан һуң йомғаҡ яһала. Бер нисә һыбайлы бер төрлө мәрәй йыйған булһа, приз аҡсаһы улар араһында бүленә.

«Тиҙлекле, ҡабатлап ырғыулы классик конкур» — классик конкур ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙә аттың һәм һыбайлының һәләттәрен асыҡлау маҡсатын ҡуя. Маршрутты таҙа һәм етеҙ үтеү иҫәпкә алына. Әгәр ике йә унан күберәк һыбайлы гитты бер төрлө һөҙөмтә менән үтһә, ырғыу тағы ла бер йә ике тапҡыр ҡабатлап үткәрелә һәм еңеүсе асыҡлана.

FEI (Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы) ҡағиҙәләренә ярашлы, конкур өсөн асыҡ арена майҙаны 3200 квадрат метрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Иң ҡыҫҡа яғы 40 метрҙан кәм булмай. Пони өсөн конкур кәм тигәндә 2400 квадрат метрҙа үткәрелә. Ябыҡ конкур манежының майҙаны кәм тигәндә 1200 м² һәм минималь киңлеге 20 м була.

Тәнде яҙыу һәм күнегеү яланының майҙаны

Асыҡ күнекмәләр майҙанының минималь үлсәме — 15 м × 35 м. «Конкур Иппик» һәм ябыҡ биналарҙағы ярыштар өсөн яҙылыу һәм күнегеү яланының майҙаны кәм тигәндә 15 м киңлектәге 400 квадрат метр минималь майҙанлы була. Күнекмәләр яланында кәм тигәндә бер бейеклек һәм бер киңлек барьеры торорға тейеш.

Ҡыңғырау

Ҡатнашыусыларға хәбәр биреү өсөн ҡыңғырау ҡулланыла, мәҫәлән, сираттағы ҡатнашыусыға майҙанға сығырға әҙерләнеү тураһында:

  • сығыш башланыуы тураһында сигнал
  • сығыш яһаусыны туҡтатыу тураһында сигнал
  • ҡатнашыусыны туҡтатҡандан һуң сығышын дауам итергә рөхсәт сигналы
  • ҡатнашыусыны дисквалификациялау (оҙайлы зыңлау йә 3 тапҡыр һуғыу)

Әгәр ҡатнашыусы таҡтатыу сигналынан һуң туҡтамаһа йә тейешле сигнал булмайынса тороп сығышын яңыртһа, уның дисквалификацияланыуы ихтимал.

Флагтар

Барьер сиктәре буйлатып флажоктар ҡаҙап сығыла. Киңлекле ҡаршылыҡта кәм тигәндә ике ҡыҙыл һәм ике аҡ флажок торорға тейеш. Ҡатнашыусы һәр ваҡыт аҡ флагты — һулда, ҡыҙылын уңда ҡалдырып үтергә тейеш.

Сығыш яһау ваҡыты

Гит ваҡыты һыбайлы менән аттың старт һыҙығын аша үткәненән алып иҫәпләнә башлай һәм финиш һыҙығын киҫкәндә тамамлана.

«Ҡабатлап ырғыу»

Ике йә бер нисә ҡатнашыусы гитты берҙәй таҙа итеп һәм бер тигеҙ штраф мәрәйҙәре менән үтһә, улар тағы бер ҡыҫҡараҡ, ләкин бер-ике ҡаршылыҡ өҫтәлгән маршрутты үтергә тейеш була. Ҡабатлап үтеү маршрутында иң әҙ штраф мәрәйе алып, уны иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткән ҡатнашыусы еңеүсе тип табыла.

Маршрут

Старт һыҙығынан финиш флажогына тиклем үтелә торған дистанция маршрут тип атала. Үтеү тәртибенә ярашлы маршруттағы ҡаршылыҡтарға номер һуғыла, ҡатнашыусы маршрутты үҙе һайлай ала торған ярыш төрҙәрендә генә улай булмай.

Маршрутты күрһәтеү

Конкурҙа ҡатнашыусылар ҡаршылыҡтарҙың урынлашыу тәртибе менән танышһын өсөн уларға маршрут буйлап бер тапҡыр үтеү рөхсәт ителә. Ярыш яланына эш кейемендә инеү тыйыла. Спортсы ҡаршылыҡтар урынлашҡан грунт торошон ҡарай, ҡаршылыҡтарҙың үлсәмдәрен самалай ала.

Маршрутты төҙөүсе (курс-дизайнер)

Маршрутты төҙөүсе (курс-дизайнер) маршрутты һалғанда ҡатнашыусыларҙың да, тамашасыларҙың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала. Ҡаршылыҡтар ат гитты таҙа үтерлек итеп теҙелергә тейеш. Маршрутты проектлағанда һәм ҡорғанда ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле иҫәпкә алына һәм ҡаршылыҡтарҙың ҡатмарлылығы шуға ярашлы итеп ҡорола. Ярыш башланырҙан ярты сәғәт элек маршрутты төҙөүсе маршруттың ентекле һыҙмаһын яланға сыға торған урынға мөмкин тиклем яҡыныраҡ итеп элеп ҡуйырға тейеш. Судьяларға ла һыҙманың күсермәләре тапшырыла.

«Конкурстан тыш»

Конкурсһыҙ ҡатнашыусы «конкурстан тыш» тип билдәләнә. «Конкурстан тыш» тигән ат һәм һыбайлы пары призға дәғүә итә алмай, үтелгән гит өсөн мәрәйҙәр башҡа класҡа йә ярышҡа күсерелә лә, иҫәпкә алына ла алмай. Конкурстан тыш ҡатнашыусыларға ҡабат ырғыу ҙа ҡатнашыу ҙа рөхсәт ителмәй.

Судьялар

Ҡатнашыусылар һаны 120-нән артмаһа, конкур ярышын өс судья хөкөм итә. Әгәр көнөнә 120-ләп гиттан артыҡ үтеләһе булһа, дүрт судья эшләй, 200 гиттан күберәк булыр тип күҙ алланһа, судьялар биштән дә кәм булырға тейеш түгел. Һыу ҡаршылығы булһа, өҫтәмә судья индерелә. Гиттар һаны 50-нән артмаһа, ике судья етә.

Судьяларҙы сәләмләү

Конкурҙа ҡатнашыусыларҙың һәр береһе судьяларҙы сәләмләргә тейеш. Ҡулдарҙы төшөрөп, баш эйеү хөрмәт күрһәтеүҙе аңлата. Каскеткалар эләктереп ҡуйылғанлыҡтан, баш кейемен сисеү талап ителмәй.

Конкур өсөн тәғәйенләнгән кейем

Ҡағиҙәләргә ярашлы, ат та, һыбайлы ла бөхтә булырға тейеш. Үҙ формаһы булған ассоциация ағзалары ярыш ваҡытында уның униформаһында булырға тейеш. Башҡа осраҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ ҡатнашыусылар һыбай йөрөү өсөн редингот кейә. Ирҙәр аҡ галстук менән редингот кейә. Халыҡ-ара ярыштарҙа рединготтың төҫө һыбайлының ҡайһы илдән булыуына ишараларға мөмкин. Ирланд һыбайлылары, мәҫәлән, йәшелде кейә. Һаҡлыҡ каскаһын кейеү мәжбүри. Ҡамсы рөхсәт ителә, ләкин оҙонлоғо 750 миллиметрҙан артырға тейеш түгел. Һыбайлыларға шпорҙар ҙа рөхсәт ителә, тик осло остары аҫҡа һәм ситкә ҡарап торорға тейеш. Бынан тыш һыбай йөрөү кейеменән итек йә крага, бридж һәм күлдәк кейелә. Көн бик эҫе булһа, судьялар редингот кейеү мотлаҡ түгеллеге тураһында ҡарар сығара. Ямғыр яуһа, плащ кейергә рөхсәт итеүҙәре мөмкин.

Һикергәндәге хаталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һикергәндә ҡаршылыҡҡа зыян килтерелһә йә ат һыулы канауға баҫһа, был хаталар теркәлә. Һайғау йә барьерҙың башҡа элементы бәреп төшөрөлөп, ҡаршылыҡтың бейеклеген йә киңлеген боҙған осраҡ та иҫәпкә алына. Бейеклек ҡаршылығын үткәндә аҫҡы һайғауҙың төшөүе хатаға һаналмай.

Маршрут һыҙмаһын боҙоу

Әгәр ярышта ҡатнашыусы ҡаршылыҡтарҙы эҙмә-эҙлекле тәртиптә үтмәһә, ул «маршрут һыҙмаһын боҙа». Был ҡатнашыусы дисквалификациялана.

Йығылыу

Гит барышында ат менән һыбайлының бер-береһенән айырылыуы йығылыуға һанала. Бөтә конкур ярыштарында ла йығылыу автомат рәүештә дисквалификацияға килтерә (айырым осраҡтарҙа — штраф мәрәйҙәренә).

Ваҡыт нормаһын ашып китеү

Гитҡа бүленгән ваҡыт нормаһын үтеп киткән ҡатнашыусыға ярыш ҡағиҙәһенә ярашлы штраф мәрәйҙәре тейә. Максималь һәм минималь рөхсәт ителгән ваҡыт була, һәм унан сығып киткән өсөн ҡатнашыусыға штраф мәрәйҙәре бирелә. Ваҡыт сиктәренә ике тапҡыр һыймаған һыбайлы ярыштан сығарыла.

Ырғыуҙан баш тартыу/Туҡтап ҡалыу

Аттың барьер алдында туҡтап ҡалыуы, шулай уҡ маршрутта вольт (әйләнеш) яһауы ырғыуҙан баш тартыу тип һанала. Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы (FEI) ҡағиҙәләренә ярашлы, ат «туҡтап ҡалһа», һыбайлы-ат пары штраф мәрәйҙәре ала, ат өс тапҡыр ҡаршылыҡты үтеүҙән баш тартһа, дисквалификациялана.

Урап үтеү

Ат флажоктар араһынан ырғымайынса ҡаршылыҡты урап үтеп китһә йә маршруттың тейешле өлөшөн тулыһынса үтмәһә, был урап үтеү тип баһалана. Бының өсөн штраф мәрәйҙәре бирелә.

Ҡарышыу

Ат алға барыуҙан баш тартһа, был ҡарышыу була. Штраф мәрәйҙәре бирелмәй.

Күнегеүҙең тыйылған ысулдары

Конкурҙа ҡатнашыусылар өсөн атты бейегерәк ырғырға мәжбүр иткән ысулдар, мәҫәлән, күнекмә үткәндә атты юрамал аяғы менән һайғауға бәрелдереү, тыйыла. Әгәр ярышта ҡатнашыу өсөн ғариза биргән спортсы тыйылған ысулдар ҡулланһа, ул кәм тигәндә 24 сәғәткә ярышыуҙан мәхрүм ителә.

Штраф мәрәйҙәре

Маршрутты үткәндә яһалған хаталар өсөн штраф мәрәйҙәре яҙыла. Ярыштарҙың күбеһе Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы (FEI йәки ФЕИ) ҡағиҙәләре буйынса үткәрелә. Уларға ярашлы, беренсе тапҡыр баш бирмәү йә баш тартыу = 4 штраф мәрәйе (ш. м.), икенсе баш тартыу — дисквалификация. Ат бер тапҡыр барьерҙы ауҙарһа йәки бер йә күберәк аяғы менән һыулы канауға баҫһа = 4 ш. м., ваҡыт нормаһынан сығып киткәндә норманан артҡан һәр 4 секунд өсөн = 1 ш. м. Ҡабат ырғығанда ваҡыт нормаһынан артҡан һәр секунд өсөн бер штраф мәрәйе бирелә. Ваҡыттың максималь нормаһынан сыҡҡан осраҡта һыбайлы һәм ат дисквалификациялана.

Конкурҙа ат көсөнөң төрлө миҡдарын талап иткән төрлө ҡаршылыҡтар ҡулланыла.

  • Арҡысаҡ
  • Чухонец
  • Ел ҡапҡа
  • Стенка
  • Тройник
  • Канау
  • Шлагбаум
  • Джокер
  • Оксер (брустар)

Йәнә системалар була. Улар бер нисә ҡаршылыҡты бер-береһенән бер/ике/өс темп алыҫлыҡта ҡуйып ҡорола. Ҡаршылыҡтар һанына ҡарап, системалар ике ҡатлы йә өс ҡатлы була.

  • Барьеры кавалерийские // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.