Хайдусобосло
Хайдусобосло | |
Байраҡ | Герб |
Дәүләт | Венгрия |
---|---|
Административ үҙәге | Хайдусобослоский яраш[d][1] һәм Individual Constituency Hajdú-Bihar County No. 5[d] |
Административ-территориаль берәмек | Хайдусобослоский яраш[d] |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа ваҡыты[d] |
Хөкүмәт башлығы | Gyula Czeglédi[d][2] |
Халыҡ һаны | 23 918 кеше (1 ғинуар 2024)[3] |
Туғандаш ҡала | Бад-Дюрхайм[d][4], Тырнэвени[d][4], Кежмарок[d][4], Ланшкроун[d][4] һәм Дзержонюв[d][4] |
Сиктәш | Nagyhegyes[d], Mikepércs[d], Ebes[d], Nádudvar[d], Kaba[d], Hajdúszovát[d], Derecske[d], Sáránd[d] һәм Hortobágy[d] |
Майҙан | 238,7 км² |
Почта индексы | 4200 |
Рәсми сайт | hajduszoboszlo.hu |
Урындағы телефон коды | 52 |
Хайдусобосло Викимилектә |
[
Хайдусобосло[5] (мадьярса Hajdúszoboszló) — Венгрияның Хайду-Биһар медьеһы составына ингән ҡала, административ үҙәге — Дебрецен, Хайдусобосло унан 18 км-ҙа тора. Халыҡ һаны буйынса был ҡала Хайда-Биһар медьеһында өсөнсө урында тора.
Урынлашҡан ере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хайдусобосло ҡалаһы Венгрияның көнсығыш өлөшөндә, украин-венгр сигенән алыҫ түгел урында, ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Дебрецен ҡалаһынан 21 км-ҙа һәм Будапештан 202 км-ҙа урынлашҡан. Әлеге ваҡытта илдә иң ҙур популярлыҡ менән файҙаланған бальнеологик курорттарҙыңъ береһе. Уны «ревматиктар Мәккәһе һәм һыу инергә яратыусылар өсөн ожмах» тип йөрөтәләр.
Төрөктәр һөжүменән һуң буш ҡалған ҡала Иштван Бочкаи/Istvan Bocskai арҡаһында тергеҙелә. 1606 йылдың сентябрендә Трансильвания кенәзе Габсбургтарға ҡаршы һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш алып барған 700 гайдукка уларҙың һуғыштағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн ер һәм йорт тарата.
1925 йылдың 26 октябрендә бындағы тормош ҡырҡа боролош яһай. Хайдусобосло ҡалаһының төньяҡ-көнсығышында 1090 метр тәрәнлектән ер өҫтөнә тәбиғи газ атылып сыға, үҙе менән бергө һорғолт төҫтәге 75 градуслы термаль һыуҙы ла алып сыға, һыу ғәжәп хуш еҫле, ҡабатланмаҫ составлы була.
Геолог Ференц Паваи-Вайна/Vajna Pavai Ferenc (уның бюсы һыу ингес янындағы паркта ҡуйылған) етәкселегендә ҡала ситендә тәбиғи газ эҙләү эштәре үткәрелә. Бер скважинаны быраулау ваҡытында ер аҫтынан ҙур көс менән «ҡыҙыу алтын» — шифалы, уникаль составлы һорғолт һыу бәреп сыға. Әлбиттә, уның дауалау үҙенсәлектәре һуңыраҡ билдәле була, бындағы эҫе һыулы каналдарҙа даими кер йыуған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре ҡулланған һыуҙан тиҫтәләгән йылдар буйына уларҙы яфалаған аяҡ-ҡул быуындары ауыртыуының баҫылыуына иғтибар итә.
Бальнеологтар, химиктар, табибтар һыуҙы тикшерергә керешә, һөҙөмтәлә бөтә Европала билдәле курорт үҫтерелә башлй. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һыуҙа битум барлығы билдәләнә, шулай уҡ ауыр элементтар күп табыла, мәҫәлән: титан, ванадий, баҡыр, цинк, барий һәм башҡалар. Был ваҡытта, Европа территорияһында бик күп эҫе сығанаҡтар асылған булғанлыҡтан, кешеләр уларҙың шифалы көсөн аңлаған була. Шуға күрә яңы сығанаҡты табыу бик отошло була. Тикшереүҙәр бында сыҡҡан һыуҙың температураһы 75 °C икәнлеген күрһәтә.
Урындағы термаль һыуҙар кеше организмына бик ыңғай йоғонто яһай һәм бальнеотерапияла уңышлы ҡулланыла. Курортҡа төрлө ялҡынһыныу, артроз, хондроз, неврит һәм невралгия, миалгия, хроник аднексит, түлһеҙлек, экзема, псориаз, пруриго аауырыуҙарынан дауаланырға, фалиждан һәм спорт йәрәхәттәренән реабилитацияға киләләр.
75 йыл элек Венгрияның был ҡалаһында иң ҙур һыу менән дауалау комплексы төҙөлә, уның майҙаны 25 гектарға тиң. 2000 йылда бында беренсе аквапарк асыла. Бында бөтәһе 9 тау, уның иң ҙурының оҙонлоғо 1 км. Сабыйҙар өсөн махсус бассейн бар, унда ҙур фил һындары тора.
Пляж алдындағы паркта үҙенсәлекле архитектуралы «Колокольный дом»/Haranghaz (Золтан Рац) тора, ҡыңғырауҙар 100-ҙән ашыу һанда, улар алюминий ҡушылған иретмәләрҙән эшләнгән. Ирле-ҡатынлы Эдит Оборзил һәм Тибор Енэи ҡыңғырауҙар ҡойоүҙы патентлағандар. Был коллекция Хайдусобослола тыуған Эдит Оборзил тарафынан ҡалаға бүләк ителгән.
Ҡалала музейҙар күп, мәҫәлән, архитектура һәм көнкүреш музейы, Гайдацкий халыҡ ижады музейы, картиналар галереяһы бар.
Изге Ласло ҡорамы 18-се быуатҡа ҡарай. Бындағы фрескалар термаль һыу тарихы хаҡында һөйләй. Силфакалья проспекты янында (Szilfakalja ut) грек католик общинаһы, заманса материалдар менән файҙаланып, византия стилендәге сиркәү төҙөй.
Кальвин майҙанында (ter Kalvin) реформат сиркәүе бар, ул XV быуат фундаменты өҫтөндә төҙөлгән. Уның ҡәлғәһе стеналары архитектура ҡомартҡыһы итеп һаҡланыла.
Хайдусобосло ҡалаһында төрлө ресторандар, кафелар, ҡунаҡханалар күп.
Ҡала майҙансыҡтарында оперетта, халыҡ музыкаһы, популяр музыка һәм джаз концерты күрһәтелә.
Хайдусобосло аэродромы парашют спорты үҙәктәренең береһе булып тора һәм бында һауа шарында осош яһарға мөмкин.
Венгрияның төп иҫтәлекле урындарының береһе — Хортобадь далаһы, ул ҡаланан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Дала Венгрияның иң ҙур милли паркы, унда уникаль үҫемлек һәм хайуандар донъяһы һаҡланған.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрияның төп иҫтәлекле урындарының береһе — Хортобадь далаһы, ул Хайдусобослонан бары тик бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.) — KSH.
- ↑ Helyi önkormányzati választások 2019 - Hajdúszoboszló (Hajdú-Bihar megye)
- ↑ Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.) — KSH, 2024.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Testvérvárosi kapcsolatok — Хайдусобосло.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- hajduszoboszlo.hu ҡала биттәре