Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе | |
Урын | континентальная Европа[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | 375 |
Тамамланыу датаһы | 568 |
Эра | Византия империяһы һәм Рим империяһы |
Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе Викимилектә |
Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе — IV—VII быуаттарҙа Европала, иң элек Рим империяһы сигенән, этник күсеп йөрөүҙәрҙең шартлы атамаһы. Уға беҙҙең эраның IV быуат уртаһында көнсығыштан һундарҙың үтеп инеүе сәбәпсе була.
Беҙҙең эраның 535 йылында башланған урта быуаттарҙың климатик пессимумы төп ваҡиғаларҙың береһе була, әммә миграция этәргесе булып был ваҡиғаға тиклем 160 йыл элек һундарҙың Европаны яулап алыуы тора. Бөйөк күсенеү ете — һигеҙ быуат бара. Уны глобаль миграцион процестарҙың төп өлөшө булараҡ ҡарарға мөмкин. Яңы дәүерҙең V быуат башына Көнбайыш Рим империяһының үҙәгендә (шул иҫәптән Италия, Галлия, Испания һәм өлөшләтә Дакияны индереп) римлеләр үҙҙәре һәм романлашҡан кельт халыҡтары тығыҙ урынлашҡан була. Унда Германия күскенселәре лә йүнәлә. Һундар һөжүме аҫтында Рим империяһы көсһөҙләнә һәм ике өлөшкә бүленә. Римлеләр элек яулап алынған колонияларҙан, шул иҫәптән Британия утрауҙарынан китергә мәжбүр була. Бер үк ваҡытта һундар баҫымы аҫтында инглиз һәм сакс ҡәбиләләре көнбайышҡа ҡасырға мәжбүр була һәм, кельттарҙың төп халҡын ҡыҫырыҡлап, Британия утрауҙарында урынлаша. Шулай итеп, һундарҙың Европаны баҫып алыуы Бөйөк Британияның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе герман ҡәбиләләре менән романлашҡан ултыраҡ халыҡ араһында мәҙәни, тел, һуңынан дини конфликттар тыуҙырған. Бөйөк күсенеүҙәр Урта быуаттар осоронда Европа континентында яңы дәүләттәр барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә нигеҙ һала.
Ваҡиғалар хронологияһы (IV—VII быуаттар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 354 йыл. Сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр болғарҙар телгә алынған. Европаға көнсығыштан һундарҙың — «һыбайлы халыҡтар»ҙың баҫып инеүе. Башында Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе башланыуы. Һуңыраҡ «һундар аландарҙы йыш бәрелештәре менән ялҡытҡан», уларҙы буйһондорған.
- 375 йыл. Һундар Германарихтың Балтика һәм Ҡара диңгеҙ араһындағы остготтар дәүләтен юҡҡа сығарған.
- 400 йыл. Ул саҡта Римгә ҡараған хәҙерге Нидерланд (батавтар һәм фриздар йәшәгән) территорияларына түбәнге франктарҙың күсеп ултыра башлауы.
- 402 йыл Италияға баҫып ингән вестготтар короле Аларихтың алдынғы отрядтары рим ғәскәренән еңелеүгә дусар ителгән.
- 406 йыл.Рейндан франктарҙы вандалдар, алеманндар һәм аландар ҡыҫырыҡлап сығарған. Франктар Рейндың һул төньяҡ ярын, алеманндар — көньяғын биләгән.
- 409 йыл. Испанияға аландар һәм свевтар менән бергә вандалдарҙың үтеп инеүе
- 410 йыл. Король Аларих етәкселегендә вестготтарҙың Римде баҫып алыуы һәм талауы.
- 415 йыл. 409 йылда үтеп ингән аландар, вандал һәм свевтарҙы Испаниянан вестготтарҙың ҡыҫырыҡап сығарыуы.
- 434 йыл. Аттила һундар державаһының берҙән-бер хакимы (короле) булып киткән.
- 449 йыл. Англдар, сакстар, юттар һәм фриздарҙың Британияны баҫып алыуы.
- 450 йыл. Халыҡтарҙың Дакия (хәҙерге Румыния) аша: һундар һәм гепидтар (450), аварҙар (455), славян һәм болғарҙар (680), венгрҙар (830), бәшнәктәр (900), ҡомандарҙың (1050) хәрәкәт итеүе.
- 451 йыл. Бер яҡтан һундар һәм франк союзы, икенсе яҡтан готтар һәм римлеләр араһында Каталаун ҡаты алышы. Һундар Атилла етәкселегендә, римлеләр — Флавий Аэций етәкселегендә алышҡан.
- 452 йыл. Һундар Италияның төньяғын бөлгөнлөккә төшөрә.
- 453 йыл. Паннонияла (хәҙерге Венгрия) остготтар йәшәй.
- 454 йыл. Вандалдарҙың Мальтаны (494 йылдан утрау остготтар хакимлығы аҫтында була) баҫып алыуы.
- 458 йыл. Вандалдарҙың Сардинияны (533 йыл) баҫып алыуы.
- 476 йыл. Хәрби етәксе-германлы Одоакрҙың һуңғы көнбайыш рим императоры — сабый Ромул Августулды ҡолатыуы. Одоакр император регалияларын Константинополгә ебәргән. Көнбайыш Рим империяһын ҡолатыу традицион датаһы.
- 486 йыл. Франк короле Хлодвиг I Галлиялағы һуңғы рим хакимы Сиагрийҙы ҡолатҡан. Франк дәүләтенә (508 йылда ХлодвигПарижды үҙенең баш ҡалаһы итә) нигеҙ һалған.
- 500 йыл. Хәҙерге заман Чехияһы биләмәһенән баварҙар (баюварҙар, маркомандар) хәҙерге Бавария территорияһына үтеп инәләр. Чехтар хәҙерге Чехия территорияһын биләгән. Славян ҡәбиләләре Көнсығыш Рим империяһының (Византия) Дунай провинцияларына үтеп ингән. Дунайҙың (яҡынса 490)түбәнге ағымын биләп, лангобардтар Тиса һәм Дунай араһындағы тигеҙлекте баҫып алған һәм герул тигән ҡеүәтле көнсығыш герман (505) дәүләтен юҡ иткән. Англосакстар Англиянан ҡыуып ебәргән бретондар, Бретанға күскән. Шотландияға Төньяҡ Ирландиянан скоттар (844 йылда унда үҙ короллектәрен төҙөгәндәр) үтеп ингән.
- VI быуат. Славян ҡәбиләләре Мекленбургта йәшәй башлаған.
- 541 йыл Остготтарҙың короле булып киткән Тотила 550 йылға саҡлы византиялылар менән һуғыш алып барған, уның барышында бөтә Италияны тиерлек яулап алған.
- 570 йыл Аварҙарҙың азия күсмә ҡәбиләләре хәҙерге Венгрия һәм Түбәнге Австрия территорияларында дәүләт барлыҡҡа килтергән.
- 585 йыл Вестготтар үҙҙәренә бөтә Испанияны буйһондора.
- 600 йыл Аварҙар бойондороҡлоғонда булған чехтар һәм словактар хәҙерге Чехия һәм Моравия территорияларын үҙләштергән.
- VII быуат Герман халҡын[1] өлөшләтә ассимиляциялаған славяндар Эльбанан көнсығышҡа табан ятҡан ерҙәрҙе биләй. Сербтар һәм хорваттар хәҙерге заман Босния һәм Далмация территорияһына үтеп ингән. Византияның күп төбәктәрен үҙләштергән.
Сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеүселәрҙең күбеһе бөйөк күсенеүҙең сәбәптәре сифатында ярлыланған һәм уңайһыҙ төбәктәрҙән йәшәү өсөн уңайлыраҡ булған ерҙәргә күсенеү тора ти. Иң төп сәбәптәрҙең береһе булып һауа торошоноң климат дөйөм һалҡынлана барыуы, шуға бәйле континенталь климатлы территорияларҙа йәшәгән халыҡ йомшағыраҡ климатлы райондарға ынтылған. Күсенеүҙең иң бейек нөктәһе киҫкен һыуытҡан 535—536 йй. тура килгән тип иҫәпләнә. Уңыш булмауы, сирҙәр артыуы, балалар һәм ҡарттарҙың үлем осраҡтары йыш күҙәтелгән. Һыу баҫыуҙар һәм дауылдар Төньяҡ диңгеҙ яр буйҙарында һәм Көньяҡ Англияла ҡоро ерҙең юғалыуына килтергән. Б. э. VI быуатында Италияла ла һыу баҫыуҙар йыш күҙәтелгән.
Епископ Григорий Турский 580-се йылдарҙа Францияла көслө ҡойма ямғырҙар, насар һауа торошо, һыу баҫыуҙар, күмәк кешенең асығыуы, ашлыҡ уңмауы, һуңлаған ҡырауҙар ҡорбаны булған ҡоштар хаҡында хәбәр иткән. Б. э. VI быуатында Норвегияла крәҫтиән хужалыҡтарының 40 % ташландыҡ хәлдә булған[2].
Француз тарихсыһы Пьер Рише 793 йылдан 880 йылға саҡлы тормош, 13 йыл дауамында, аслыҡ һәм һыу баҫыуҙарға, ә тотош 9 йыл — сиктән тыш һыуыҡ ҡыштар һәм эпидемиялар менән бәйле булған, тип күрһәткән. Был ваҡытта Үҙәк Европала ала тән йәғни махау сире таралған.
Пессимум осоронда Көнбайыш Рим империяһы һәләкәт кисергән һәм демографик емерелеү барған. Көньяҡ Европа халҡының һаны 37 миллиондан 10 миллионға саҡлы кәмегән. Б. э. VI быуатында элек Көнбайыш Рим империяһына ингән өлкәләрҙә йәшәгән халыҡ һаны һиҙелерлек түбән кимәлгә төшкән. Бындай кәмеүҙең сәбәбе булып һуғыштар ғына түгел, ашлыҡ уңмауы һәм кешәрәт йәғни һалыу киҙеү торған. Бигерәк тә Альптан төньяҡта урынлашҡан ауылдар бушап ҡалған, тарҡалған һәм уларҙы урман ҡаплаған. Палинология йәғни үҫемлек һеркәһен анализлау игенселектең дөйөм бөлгөнлөккә төшөүен күрһәтә.
Б. э. VII быуатында нигеҙ һалынған яңы тораҡ урындар яңы структуралы тораҡтар менән характерлана һәм элекке традиция менән мәҙәни өҙөлөшөн күрһәтә.
Һундарҙың Ҡытайҙа еңелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һундарҙың (гунны) Жунгарияға күсеп китеүенә килтерә, шулай уҡ күсенеү барышында домино эффектын уйнаған, сөнки һундарҙың күсенеүе уларҙың юлында осраған башҡа халыҡтарҙың да күсеүенә алып килгән.
Рим империяһының тарҡалышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенең төп сәбәптәренең береһе булып, әлбиттә, этник, географик, климатик һәм иҡтисади факторҙарҙың дөйөм комплексы арҡаһында Рим империяһының көсһөҙләнеүе лә тора.
Сәйәси тормошта император власының тәхеткә дәғүә итеүселәр өсөн ҡанһыҙлығы һәм күренекле хәрби етәкселәр араһынан дәғүәселәрҙең власть өсөн көрәше б. э. III быуатында бик масштаблы «һалдат императорҙары» тип тарихҡа ингән замана низағына алып килгән. Граждандарҙың ирекле йыйылған армияһынан армия, боронғо гректар ҡырағай тип йөрөткән халыҡтарҙың вәкилдәре ҡушылыуы арҡаһында, һаман да арта барған профессиональ берләшмәгә әүерелгән.
Империяның Урта диңгеҙ үҙәгендә халҡы артыуы урман биләмәләренең кәмеүенә, яйлап сүллек барлыҡҡа килеүенә, эрозия үҫешенә, хужалыҡтың ваҡ малсылыҡҡа (кәзәләр, һарыҡтар) йүнәлеш алыуына, көнкүрештең артыҡ ябайлашыуына, камиллашмауына килтергән. Ҡайһы бер элегерәк уңдырышлы ерҙәрҙең халыҡһыҙ ҡалыуы Иртә урта быуаттар дәүеренең климатик пессимумы менән аңлатыла.
Римлеләрҙең тормош нигеҙе һәм ҡиммәттәре үҙгәргән. Һуңғы дәүерҙәге Рим империяһы — ул байтаҡ дәрәжәлә көсһөҙ армиялы һәм йәмәғәт тормошо үҙәге тышҡы сәйәсәттән (һуғыш, сауҙа, экспансия) күңел-сафа, һыйланыуға, табын ҡороуға, йәғни тормош рәхәтлеген кисереп кенә йәшәүгә ориенталләшкән типик урта диңгеҙ дәүләте.
Рим империяһы сиктәрендә көсөргәнешлектең үҫеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Империя эсендә йоғонто үҙәгенең Италия һәм Испаниянан иҡтисади әүҙем булған (һәм типик роман да булмаған) яуым-төшөмө күп һәм сауҙаһы интенсив ойошторолған Галлияға яйлап күсә барыуы күҙәтелгән. Үҙ сиратында, сик буйында йәшәгән герман халыҡтары Империяның иҡтисади һәм сәйәси тормошона нығыраҡ йәлеп ителә барған. Б. э. III быуат низағтары арҡаһында сиктәрҙең йомшарыуы менән, тотош халыҡтар ваҡыты үтеү менән үҙҙәренең бында урынлашыуын феод институты, йәғни биләп алынған территорияларҙағы ысынбарлыҡҡа хас ике власлылыҡтан файҙаланып, аша раҫлатыуҙы ныҡышып сик буйы райондарына күсеп йәшәй башлаған. Ысынбарлыҡтағы рим администрацияһы фәҡәт егуляр рим ғәскәре булған ерҙә генә һаҡланып ҡала алған. Шулай итеп, рим ҡануниәте оҙағыраҡ ваҡыт Төньяҡ Галлиялағы Сиагрияла (486 йылда Хлодвиг ҡыйратҡан Суассон өлкәһе йәғни дәүләте), Төньяҡ Италиялағы Далмацияла (480 йылға саҡлы Одоакр) һаҡланып ҡалған.
Халыҡтар һанын баһалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Цезаревич Урланис антиклыҡ дәүерендәге герман ҡәбиләләренең һанын 3 миллион кеше тип баһалай[3]: халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе башланыу мәленә франктарҙың һаны 80 мең кеше, бургундтар 100 мең кеше, вандалдар һаны 20 мең кеше (ә Гибралтар боғаҙын кисеү осоронда 80 сең кеше) тәшкил иткән[4]. Иң күп һанлы герман халыҡтарының һаны 80 меңдән 120 мең кешегә саҡлы, ә аҙ һанлы халыҡтарҙың һаны 25 меңдән 50 мең кешегә еткән[5]. Требеллий Поллион 267 йылда император Аврелиан Рим империяһына баҫып ингән 320 мең гот һәм ютунгтарҙың 40 000 һыбайлыһы һәм 80 000 йәйәүле ғәскәре хаҡында пехота яҙған, император Проб 277 йылғы походта 400 мең германды юҡ итеүе тураһында белдергән, Евнапий әйткәнсә, 376 йылда Дунайҙы кисеп сыҡҡанда, вестготтарҙың 200 мең яугиры булған, Иордан 539 йылда Италияла 200 мең франк армияһы булғанын яҙған, ләкин Ханс Дельбрюк боронғо сығанаҡтарҙың герман халыҡтары һаны тураһындағы мәғлүмәттәрендә икеләнгәнен белдерә һәм Страсбург янында торған алеманндар армияһы бары тик 6 000 кешенән (иң күбеһе 10 мең кеше), Адрианополь янында 12 мең, иң күбеһе 15 мең, кешелек вестготтар армияһы тураһында яҙған[6]. Һундарҙың һаны буйынса ҡапма-ҡаршы мәғлүмәт бар. Шулай, ҡытай йылъяҙмалары хроники һун армияһында 100—400 мең кеше булған тип яҙа. V быуат рим сығанаҡтары 409 йылда Аларих I-гә ҡаршы Гонорий 10 мең һунды файҙаланған. Эдвард Палмер Томпсон һундар 10 мең кешенән кәмерәк булыуы мөмкин тип иҫәпләй[7].
Икенсе яҡтан, рим империяһы халҡының һәм рим армияһының иҫәбе варварҙар һанынан күпкә артығыраҡ булған. Мәҫәлән, Х. Дельбрюк варвар армияһын максимум 15 мең кеше тип иҫәпләү менән бер рәттән III быуат уртаһында йәшәгән Рим империяһы халҡы һаны минимум 90 миллион кеше булған ти[6]. Инглиз тарихсыһы Эдуард Гиббон Антониндар династия осорондағы Рим империяһында 120 миллион кеше: Рим граждандары 20 миллион, провинция халҡы 40 миллион, ә ҡолдар 60 миллион булған ти. Карл Юлиус Белох Октавиан Августың вафаты мәленә халыҡ иҫәбе 54 миллион кеше булған тип иҫәпләй. Әйтер кәрәк, хәҙерге тарихсылар Рим империяһында 54 миллион кеше булған тигән баһа менән риза түгел[8]. Инглиз тарихсыһы Форд 395 йылда Рим империяһының ике өлөшөндә 120 миллион кеше йәшәгән[9]. Фернан Бродель Рим Галлияһының ғына халҡын 10 миллион кеше тип иҫәпләй[4]. Гонорий заманында рим империяһының ике өлөшөндәге халыҡтың дөйөм һаны 900 000-1 000 000 һалдат тәшкил иткән ти[10]. Диоклетиан һәм Бөйөк Константин реформаларынан һуң рим армияһы һаны 600—650 кеше, шуның 200 меңе мобиль армия, ә ҡалғаны — гарнизон тәшкил иткән[5].
Күсенеүсе төркөмдәр эсендә барған процестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсенеүсе берәмектәрҙәге эске процестар уларҙың һаны артыу менән дә, һауа торошоноң насарайыуы шарттарында тере ҡалыу мәнфәғәте менән дә бәйле[11] и др.
Быны билдәле «болан тураһындағы легенда»[12] — һундарҙың (һәм уларҙың элгәреләренең) хозур был ергә мөғжизәле рәүештә килеп сыҡҡан ошо үткәреүсе йәнлеккә эйәреп Меотида (Аҙау диңгеҙе) аша сығыуын сағылдыра.
Һаҡланғандарҙан Созомен баҫмаһы редакцияһы иң иртә һәм тулы булмаған: «Бер ваҡыт күгәүен эҙәрлекләгән үгеҙ күлде кисеп сыҡҡан саҡта уның артынан көтөүсе лә эйәргән; алғы яҡта ерҙе шәйләгән көтөүсе был турала ырыуҙаштарына хәбәр итә. Бәғзеләр юлды аша йүгереп сыҡҡан лань һунансы һундарға өҫтән аҙ ғына һыу менән ҡапланған юлды күрһәткән, имеш, ти. Һәм шул саҡ улар, таң ҡалып сағыштырмаса уртаса климатҡа һәм игенселек өсөн уңайлы был илде ҡарап сыҡҡандар ҙа, әйләнеп ҡайтып, үҙҙәренең хакимына күргәндәрен хәбәр иткәндәр»[13]. Атап әйткәндә, легенда күсенеүсе халыҡтар климат буйынса ыңғай һәм игенселек өсөн ҡулай ерҙәр эҙләгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Был уңайҙан хәтер төпкөлө «бөйөк күсенеүҙәргә» бай булған антик меңйыллыҡтарға алып китә.
А. А. Васильев «Зевс ғашиҡ булған, һәм Гера уны һыйырға әйләндергән Ио тураһындағы» легенданы антик иҫкелек ҡалдығы тип аңлатҡан. Ул шулай уҡ Эсхил Ионы ҡылыҡһырлағанда ҡулланған oijstroplhvx — «һуҡыр себен, күгәүен саҡҡан» ҡатмарлы сифат төрлө аралашсы быуындар аша һуңғы антик авторҙарға эләккән.
Иордан, Прискыға һылтанып, легенданан миҫал килтерә: «Был ҡәбиләнең (һундар) һунарсылары, ғәҙәттәгесә, эске Меотида ярында кейек эҙләп йөрөгәндә, алдарында болан күреп ҡала, йәнлек һыуға инә, һәм бер алға атлап, бер туҡтап ҡалып, юл күрһәтеүсегә әйләнгән. Һунарсылар, уның артынан эйәреп, элегерәк (быға тиклем) диңгеҙ кеүек үтеп сыҡҡыһыҙ тойолған Мэотий күлен йәйәү кисеп сыҡҡан. Бер ни аңламаған һунарсыларға скиф ерҙәре күренеү менән, болан күҙҙән юғалған»[14].
«Готтар менән һуғыш» хеҙмәтендә Прокопий Кесарийский тексты тағы ла йәйелдергән: «Уларҙың (аҙау янында йәшәүселәренең, киммерийлыларҙың) һөйләгәненсә,әгәр был риүәйәт дөрөҫ булһа, бер мәл бер нисә киммерий егете, һунар эттәре менән һунарға бирелеп, ланде күреп ҡала; ул, ҡасҡан ыңғайы, һыуға ташланған. Егеттәр, намыҫланып китепме, ҡомар тәьҫиренәнме, йә хоҙай тылсымы менәнме, ҡаршы яҡтағы ярға еткәнсе, ошо лань артынан эйәргән. Шунда был йәнлек юҡ булған (минең ҡарауымса, ул йән эйәһе бында йәшәгән ҡырағайҙарға бәхетһеҙлек кенә көҫәү маҡсатында килеп сыҡҡан кеүек); әммә һунарҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған егеттәр яңы ҡаты көрәш һәм табыш өсөн көтөлмәгән мөмкинлек тапҡан. Атайсалдарына ҡайтыу менән, улар бөтә киммерийлыларға, ошо һыуҙы кисеп сығыу мөмкинлеге бар, тигән хәбәр еткергән. Шундуҡ, барыһы ла ҡоралланып, „һаҙ“ аша тоҡарлыҡһыҙ кисеп, ҡаршы яҡтағы ҡитғаға сыҡҡан»[15]. Здесь гунны выступают как продолжатели киммерийцев.
«Готтар менән һуғыш» әҫәрендә Прокопий этнонимды 4 тапҡыр файҙаланған.
Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүен тасуирлағанда «киммерийлылар» утигурҙарҙың боронғо атамаһы булараҡ[16], ә һуңғараҡ бөтә һундарҙың боронғо атамаһы булараҡ билдәләнгән[17], аҙағыраҡ улар ике хаким исеменән сығып, утигурҙар һәм кутригурҙар тип аталып йөрөтөлгән. «Киммерийлылар» легенда тексында өсөнсө тапҡыр[18] һәм һуңғы тапҡыр последний раз при цитировании рассказа Геродоттың донъяны өс өлөшкә бүленеүе тураһындағы хикәйәнән өҙөмтә килтергәндә[19] Европа һәм Азия араһында сиктәрҙе билдәләү маҡсатында осрай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр быны Геродот йоғонтоһо тип һанай, ә ҡалғандар Прокопийҙың ҡарашынан сығып, барлыҡ «бөйөк күсенеүҙәр»ҙе масштаблыраҡ, башта Киммерия, аҙаҡ Скифия ерҙәренән башлап, уҡып аңлаған.
А. В. Гадло фекеренсә, юл күрһәтеүсе йәнлек образындағы айырма (болан (инә болан) — үгеҙ (һыйыр) «был риүәйәт тормош образы һәм көнкүреше буйынса бөтөнләй айырмалы — урман һунарсылары һәм дала малсылары кеүек — ике төркөмдә тыуған һәм йәшәгән».
Е. Ч. Скржинская буйынса, «болан тураһындағы легенданың тарихи ҡиммәте һундарҙың (дөрөҫөрәге, ҡайһы бер өлөшөнөң) Скифияға күскән урынын күрһәтеүҙәлер». Башҡа ғалимдар былай аңлатыуҙы кире ҡаға. Мең йылдар традицияһы буйынса быға оҡшаш легендалар (Ио тураһындағы легендалар тибындағы) төрлө «бөйөк күсенеүҙәр» тарихында башлыса тәбиғәт-климат һәм тығыҙ урынлашыуҙан ер етмәү сәбәптәре, шулай уҡ дошмандар баҫымы арҡаһында тап Скифия (Сарматия) халыҡтарының әүҙемлеген раҫлай.[20]
Күсенеүҙәрҙең демографик аспекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫешкән үҙойошоу арҡаһында һәм Урта диңгеҙ һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы илдәре менән сауҙа һөҙөмтәһендә, готтарҙы ла (готтар үҙҙәрен германдарҙан айырғандар) индереп, Скифияла һәм Сарматияла йәшәгән халыҡтарҙың тормош кимәле яҡшырыуына һәм кеше һаны артыуына килтергән. Төньяҡ Евразия, үҙенең һыуыҡ климаты һәм ауыл хужалығы яғынан үҙләштерелмәгән ерҙәре менән, арта барған халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итерлек булмаған. Көньяҡҡа, Рим империяһы сиктәрендәге кеше аҙыраҡ йәшәгән территорияларҙы (был тәү сиратта Рейн йылғаһы бассейны, Швейцария (рим Рецияһы), Паннония һәм Балҡан) үҙләштереү ҡотолғоһоҙ һәм дәүере етеүгә бәйле булған. Рим хөкөмдарҙары, ялланған ғәскәр (аландар, готтар, һундар һ. б.) йәлеп итеп һәм империя сиктәрендә уларҙың ғаиләләренә ер бүлеп биреп, был процесты тиҙләткәндәр. Был территорияларға күрше халыҡтарҙы йомшағыраҡ климат, ауыл хужалығы продукцияһының мул булыуы йәлеп иткән һәм шулай уҡ империя идара итеү аппаратының көсһөҙләнеүе һәм уның Скифия һәм Германиянан сыҡҡандарҙың әүҙем һәм азатлыҡ һөйөүенә буйһоноуы менән дә бәйле булған.
Көнкүреш бәйләнештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман халыҡтары һәм күсеп килгән халыҡтарҙың көнкүреш аралашыуҙарының көсәйеүе хәҙерге заман Европаһында халыҡтарҙың был ике төркөмө араһында бер-береһе тураһында йәшәп кигән стереотиптарҙы тулыһынса нығытҡан. Көрсөккә килеп төртөлгән рим дәүләте үткер төньяҡ һәм көнсығыш ялланғандары иҫәбенә империяның эске тормошон йәнләндерергә маташҡан. Әммә рим һәм «ҡырағайҙар» юғары ҡатламы араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлы булған. Процесс беҙҙең эраға саҡлы уҡ, төрлө илдәрҙән килгән халыҡтарҙың тырышлығы менән Рим төҙөлгәндән бирле, башланған. Луций Корнелий Сулла б. э. т. 78 йылда 5 меңгә яҡын юғары ҡатлам рим граждандарын һәм самниттар, этрусктар кеүек дошман этностарҙы юҡ иткән. Иң тәүҙә ялланғандарға таянып, ул үҙенә кәрәкле кешеләрҙе сенатҡа индергән.
Режимдың төп терәген — хеҙмәт тамамлаған һалдаттарҙы (27 легион, йөҙ меңдән артыҡ кеше, йышыраҡ элекке «ҡырағайҙар»), бөтә Италия буйынса һибелгән колонияларҙа (атап әйткәндә, ҡаршылыҡ күрһәткән ҡалаларҙың) конфискацияланған ерҙәрендә таратып ултыртҡандар. Йәбергә дусар булған 10 меңгә яҡын ҡол римле иреккә сығарылған, шуның менән бергә был ҡолдар яйлап рим йәмғиәтенең юғары баҫҡыстарына күтәрелгән. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында империя биләмәләренә Скифия (Сарматия) һәм шулай уҡ рим империяһы үҫешендә һиҙелерлек роль уйнаған агафирстар һәм бастарндар тулыһынса тиерлек күсерелгән. Мең йылдан артыҡҡа һуҙылған Рим — «ҡырағай донъя» бәйләнештәре, һуңғы осорҙағы "көнкүреш контакттары"на ғына ҡайтып ҡалмайса, ҡатмарлы һәм күп төрлө булған.
Һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсенеү Европала Көньбайыш Европаның күп телдәре («тупаҫ латынь») нигеҙендә берҙәм латин тел системаһы формалашыуға үҙ өлөшөн индергән. Был процестың һөҙөмтәләрен бер төрлө генә баһалап булмай. Бер яҡтан, һуғыштар барышында бик күп халыҡтар һәм ҡәбиләләр юҡҡа сыҡҡан — миҫал өсөн, һундар тарихы өҙөлөп ҡалған. Икенсе яҡтан, халыҡтаҙың бөйөк күсенеүе арҡаһында күп кенә халыҡтар «культуралашҡан», уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙерге европа дәүләттәрен башлап ебәреүселәре булған, яңы мәҙәниәттәр барлыҡҡа килгән — төрлө ҡәбиләләр, бергә ҡушылып, бер-беренән белем туплаған һәм оҫталыҡ отҡан. Әммә был күсенеү төньяҡ ҡәбиләләр һәм күскенсе халыҡарҙың башланғыс мәҙәниәтенә етди зыян килтергән. Шулай, Төньяҡ Европаның күп аҫаба ҡәбиләләре халыҡтары ҡыҙғанмай ҡырылған, был халыҡтарҙың боронғо ҡомартҡылары — обелисктары, ҡорғандары һ.б. таланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төрөктәрҙең миграцияһы
- Славяндарҙың Балҡанға күсенеүе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Седов В. В. Славяне: Историко-археологическое исследование. — М.: Языки славянской культуры, 2002. — ISBN 5-94457-065-2. (Проверено 17 апреля 2012)
- ↑ Behringer, 2007, S. 138
- ↑ Б. Ц. Урланис рост населения в Европе (опыт исчисления). ОГИЗ Госполитиздат 1941. Часть 1. 3. краткий очерк населенности древнего мира. страницы 21
- ↑ 4,0 4,1 Фернан Бродель ЧТО ТАКОЕ ФРАНЦИЯ? КНИГА ВТОРАЯ. Люди и вещи. Часть 1. Численность народонаселения и ее колебания на протяжении веков К оглавлению ГЛАВА ПЕРВАЯ НАСЕЛЕНИЕ ФРАНЦИИ ОТ ДОИСТОРИЧЕСКОГО ПЕРИОДА ДО 1000 ГОДА
- ↑ 5,0 5,1 Варвары и Рим. Крушение империи Авторы: Джон Бьюри Силы империи и варваров
- ↑ 6,0 6,1 Дельбрюк Г. История военного искусства в рамках политической истории. «Директмедиа Паблишинг». Москва, 2005. Численность войск германцев (Delbruck H.)
- ↑ Эдвард Томпсон. Глава 3. Гуннское общество до Аттилы. Часть 3 // Гунны. Грозные воины степей. — 2017. — 548 с. и Э. А. ТОМПСОН. ГУННЫ. ГРОЗНЫЕ ВОИНЫ СТЕПЕЙ Глава 3. Гуннское общество до Аттилы. Часть 3
- ↑ Варвары и Рим. Крушение империи Авторы: Джон Бьюри. Население империи
- ↑ Б. Ц. Урланис рост населения в Европе (опыт исчисления). ОГИЗ Госполитиздат 1941. Часть 1. 3. краткий очерк населенности древнего мира. страницы 19-22
- ↑ Дельбрюк Г. История военного искусства в рамках политической истории. «Директмедиа Паблишинг». Москва, 2005. «Расписание должностей» и цифровые данные о численности войск
- ↑ Е. П. Борисенко, В. М. Пасецкий «Тысячелетняя летопись необычных явлений природы» 2018 йыл 20 декабрь архивланған. М.: «Мысль», 1988
- ↑ Наиболее полно содержание легенды отражено у Созомена (Hist. Eccl., VI, 37),1 Приска (у Иордана) (Get., 123—124),2 Прокопия Кесарийского (Bell. Goth., IV, 5-10)3 и Агафия Миренейского (Agath., V, 11)4.
- ↑ (Soz., VI, 37)
- ↑ (Get., 123—124)
- ↑ (Procop., Bell. Goth., IV (VIII), 5, 7-11)
- ↑ (IV (VIII), 4, 8)
- ↑ (IV (VIII), 5, 1-4)
- ↑ (IV (VIII), 7-10)
- ↑ (IV (VIII), 6, 15)
- ↑ З. С. Кузнецова (Легенда об олене: фольклорный характер источника c) 2003 г. Центр антиковедения 2007 йыл 10 август архивланған.
Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гумилевика. Гипотезы, теории, мировоззрение. Сайт с массой сведений о великих переселениях.
- Мэн Д. Аттила, Москва, «Эксмо», 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Средние века Ҡалып:История Европы Ҡалып:Нет источников