Чукот диңгеҙе
Чукот диңгеҙе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Майҙаны | 589 600 км² |
Күләме | 45 400 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 160 м |
Уртаса тәрәнлек | 40—60 м |
Чукот диңгеҙе Викимилектә |
Чукот диңгеҙе — Төньяҡ Боҙло океан ситенде Чукотка һәм Аляска ярымутрауҙары араһында урынлашҡан. Көнбатыштан Лонга боғаҙы аша Көнсығыш себер диңгеҙе менән тоташҡан. Көньяҡтан Беренг боғаҙы аша Тымыҡ океандың Берингов диңгеҙе менән тоташҡан.
Физик-географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны 589 600 км². 50 м-ҙан әҙерәк тәрәнлек төбөнөң майҙанының 56 % тәшкил итә. Иң ҙур тәрәнлек 160 метр. Һыу температураһы йәй көнө 4—12 °C, ҡышын −1,6 — −1,8 °C.
Яры телгеләнмәгән. Диңгеҙ ҡултыҡтары: Колючин ҡултығы, Коцебу ҡултығы, Шишмарёв бухтаһы (Чукот автономиялы округы). Октябрь-ноябрьҙан май-июньгә тиклем диңгеҙ боҙ менән ҡапланған. Чукот диңгеҙенә Амгуэма һәм Ноатак йылғалары ағып төшә.
Чукот диңгеҙе аша Төньяҡ юл трассаһы үтә.
Диңгеҙҙәге утрауҙар: Врангел утрауы, Геральд утрауы, Колючин утрауы.
Балыҡсылыҡ: (еҙмыйыҡ (голец), поляр треска), промысел тюлень, нерпа.
Эре порттары — Уэлен (Рәсәй), Барроу (АҠШ).
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |