Эстәлеккә күсергә

Ризыҡланыу әҙәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ризыҡланыу әҙәбе — табында үҙеңде тотоу, аш-һыу ҡабул итеү ҡағиҙәләре. Башҡорттар, мосолман булараҡ, был йәһәттән Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә таянған.

Башҡорттар борон иҙәнгә йәки һикегә (урындыҡҡа) аяҡ бөкләп ултырып, ризыҡ ҡабул иткән. Өҫтәлгә ҡуйып ашау ҙа рөхсәт ителгән, әммә ул башлыса 20-се быуатта ҡулланышҡа ингән.

Табынға бирелгән ризыҡ хәләл булырға тейеш (ҡара — Харам һәм хәләл ризыҡ).

Мәсеттә ауыҙ асыу

Ризыҡ ҡабул итеү ҡағиҙәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ауыҙ асҡанда ҡулланыла торған ризыҡтар

Табынға ҡулды йыуып ултырғандар, ҡунаҡ саҡырғанда бының өсөн хужалар уларҙың ҡулына ҡомғандан һыу ҡойоп торғандар. Ашап бөткәндән һуң шулай уҡ ҡул йыуҙыртҡандар.

Ризыҡ ҡабул итеү «Бисмиллаһ» һүҙе менән башланырға тейеш. Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисендә: «Кем дә кем ашарға йыйына икән, мотлаҡ Аллаһ исемен әйтеп, „бисмиллаһ“ тип башлаһын, әгәр быны әйтергә онотҡан булһа, иҫенә төшөү менән: „Бисмиллаһ ғәләәүүәлиһи үә ахириһи“ тип әйтһен», — тигән[1].

Ашап бөткәндән һуң «Әлхәмдүлиллаһ» тип, шунан башҡортса, йә ниндәй булһа ла туған телдә Аллаһы тәғәләгә рәхмәт әйтергә ҡушыла.

Уң ҡул менән генә ашау талап ителә. Һул менән ярҙам итергә мөмкин, әммә ризыҡ ауыҙға мотлаҡ уң ҡул менән һалынырға тейеш. Был осраҡта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең: «Ашарға йыйынған кеше уң ҡулы менән ашаһын . Эскәндә лә һауытын уң ҡул менән тотһон. Шайтан ғына һул ҡул менән ашай-эсә», — тигән хәҙисе ҡағиҙә булып тора[2].

Шулай уҡ Пәйғәмбәрҙең ошондай хәҙисе лә бар: « Кеше тултыра торған иң насар һауыт — ул ашҡаҙаны. Хәл инерлек кенә ашарға кәрәк. Ашҡаҙандың өстән бер өлөшө — ризыҡҡа, йәнә өстән бере — һыуға, ҡалған өлөшө — тын алырға ҡалһын»[3]

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡ туйғансы ашау ҙа тыйылмай.

Һауытҡа ризыҡты ашай алыр күләмдә генә һалып алырға кәрәк, аш ҡалдырыу ғәйепләнә, бәрәкәт китә тип һанала. Башҡорт халҡында «Ямандан ярты ҡашыҡ аш ҡалыр» тигән әйтем дә бар[4].

Йылҡы итенә ҡараш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер мосолман халыҡтарҙа йылҡы итен ашамайҙар, ул мәкруһ (харамға яҡын) һанала. Әммә Әл-Бохари һәм Мөслим хәҙистәрендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ишәк итен тыйыуы, әммә йылҡы итен ашарға рөхсәт итеүе әйтелгән[5]. Башҡорт халҡы йылҡы итен киң ҡулланған һәм әле лә ҡуллана.

Туҡланыуға бәйле әйтем-мәҡәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ауырыу — йә астан, йә аштан.
  • Ит ашаһаң — дарыу, күп ашаһаң — ағыу.
  • Аш — ашау менән түгел, аш булып һеңеү менән.

Башҡорттар мосолман булараҡ, хәрәм һаналған ризыҡтан, иҫерткес эсемлектәрҙен тыйылыу менән бер рәттән милли аш-һыуҙа өҫтәмә тыйыуҙар ҙа индергән, мәҫәлән, йөрәктең ҡапҡасын, туң майҙың биҙен алып ташларға ҡушылған:

  • Биҙ ашаһаң, биҙ сығыр.
  • Теше сыҡҡан балаға сәйнәп ашатҡан — аш түгел.

Самалап ашау — етешһеҙ тормоштан ғына түгел, милләтебеҙҙә ул күркәм холоҡтарҙан, тәрбиәлелек билдәһе, сәләмәтлек нигеҙе лә:

  • Аҫыл ҡоштоң билгеһе — алдына килмәй аш еймәҫ.

Аш-һыу тән һәм йән сәләмәтлегенә бик ҙур йоғонто яһаусы фактор:

  • Һөттә — һаулыҡ, майҙа — бәрәкәт, иттә — ҡеүәт.
  • Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар.
  • Һигеҙ ҡапма, һимеҙ ҡап.
  • Ябыҡ ит үҙеңде ашай.
  • Һурпа эскәндең ҡарыны йыуан, ит ашағандың балтыры йыуан.
  • Туйыр алдынан туя бел, ҡашығыңды ҡуя бел.
  • Сәйһеҙ тороп була, икмәкһеҙ тороп булмай[6].


  • Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. — Өфө, 1980. — 469 бит
  • Гүзәл Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.
  1. Хадис от ‘Аиши; св. х. Абу Дауда, ат-Тирмизи и аль-Хакима. См., например: ас-Суюты Дж. Аль-джами‘ ас-сагыр [Малый сборник]. Бейрут: аль-Кутуб аль-‘ильмийя, 1990. С. 35, хадис № 476, «сахих»
  2. Хадис от Ибн ‘Умара; св. х. Ахмада, Муслима и Абу Дауда. См., например: ас-Суюты Дж. Аль-джами‘ ас-сагыр [Малый сборник]. Бейрут: аль-Кутуб аль-‘ильмийя, 1990. С. 35, хадис № 481, «сахих»
  3. Хадис от аль-Микдама; св. х. Ахмада, Ибн Маджа, ат-Тирмизи и др. См.: аль-Бенна А. (известный как ас-Са‘ати). Аль-фатх ар-раббани ли тартиб муснад аль-имам ахмад ибн ханбаль аш-шайбани. Т. 9. Ч. 17. С. 88, 89, глава № 46, хадис № 81, «сахих»
  4. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. — Өфө, 1980. — 469 бит
  5. аль-Бухари М. Сахих аль-бухари [Свод хадисов имама аль-Бухари]. В 5 т. Бейрут: аль-Мактаба аль-‘асрийя, 1997. Т. 4. С. 1776, хадисы № 5520 и 5524; аль-‘Аскаляни А. Фатх аль-бари би шарх сахих аль-бухари [Открытие Создателем (для человека в понимании нового) через комментарии к своду хадисов аль-Бухари]. В 18 т. Бейрут: аль-Кутуб аль-‘ильмийя, 2000. Т. 12. С. 809, хадис № 5520; там же т. 9. С. 611, хадис № 4219; ан-Найсабури М. Сахих муслим [Свод хадисов имама Муслима]. Рияд: аль-Афкяр ад-давлийя, 1998. С. 805, хадис № 36-(1941)
  6. Гүзәл Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.