Эстәлеккә күсергә

Таштуғай төбәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таштуғай төбәге
урыҫ :Урочище "Таштугаевские горы" или "Султашкины горы"
Төп мәғлүмәт
Майҙаны12,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты19 март 2003 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
51°58′05″ с. ш. 58°36′05″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Таштуғай төбәге
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Таштуғай төбәге

"Таштуғай тауҙары" йәки "Һултас тауҙары" төбәге (рус. Урочище "Таштугаевские горы" или "Султашкины горы") — тау теҙмәһе һәм далаларҙан торған комплекслы ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003

Хәйбулла районы Әҙел һәм Таштуғай[1] ауылдары араһынан көнсығышҡа табан 3 саҡрым алыҫлыҡта Таналыҡ йылғаһының уң яҡтағы, таулы һәм ҡаялы, яры буйындағы төбәк. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ-көнсығыш өлөшөнә инә. Төбәк биләмәһенә ингән тауҙарҙың һәр береһененең үҙ атамаһы бар: Райхан, Төлкөбай, Текә тау, Ҡош ояһы һ.б. Дөйөм майҙаны — 12 га, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 80 гектар тәшкил итә[2]. Ландшафы органоген-ҡырсынташлы тупраҡтағы ташлы һәм ҡыуаҡлы (ҡырлы тубылғы, селек) далаларҙан һәм әрәмәләрҙән тора. Төбәктә һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең күп төрҙәре табылған. Улар араһында иң мөһиме — эндемиктар, йәғни Уралда ғына үҫкән төрҙәр: эфе́дра (эфедра двуколосковая), бәҫле аҡтамыр (пырей инееватый), Коржинский ҡылғаны, Лессинг ҡылғаны, Залесский ҡылғаны, рус сыбар сәскәһе (рябчик русский), шиңмәҫгөл (цмин песчаный, бессмертник), эйелеүсән тюльпан — ләлә сәскәле үҫемлек (тюльпан поникающий), алтай етен үләне (льнянка алтайская). Бында һирәк осрай торған тал төрө — Виноградов талы үҫә[2]. Улар бөтәһе лә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡыуаҡлыҡтарҙа Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән бесәнсе ҡомаҡ (пищуха степная) йәшәй[3].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы фәнни, экологик һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинетының 2003 йылдың 16 июнь 146-сы Ҡарары менән былтырғы үлән яндырыу, мал көтөү, таш һәм ҡырсынташ сығарыу, һунар итеү, төҙөлөш эшмәкәрлеге тыйылған.

  1. элекке исеме «Солтанғужа»,"Һултанғужа" халыҡ телендә «Һултас» Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы мәғлүмәте
  2. 2,0 2,1 /«Презентация Памятники природы Хайбуллинского района» Тавлыкаев Р. Р.
  3. Урочище Таштугаевские горы. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).