Эстәлеккә күсергә

Тритон (юлдаш)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тритон
Рәсем
Масса 21,39 ± 0,03 йоттаграмм[1]
Кем хөрмәтенә аталған Тритон (мифология)
Асыусы йәки уйлап табыусы Уильям Лассел[d][2]
Асыу датаһы 10 октябрь 1846
Астрономик асыш урыны Англия
Родительское тело Нептун
Орбита эксцентриситеты 1,6E−5
Наклонение орбиты 129,812 °, 156,885 ° һәм 129,608 °
Орбитальный период −5,876854 тәүлек
Большая полуось орбиты 354 759 km
Видимая звёздная величина 13,47
Абсолютная звёздная величина −1,2
Альбедо 0,76
Тығыҙлыҡ 2,061 грамм на кубический сантиметр
Температура 38 K
Майҙан 23 018 000 км²
Күләме 10 384 000 000 км³
Радиус 1353,4 ± 0,9 km
Диаметр 2700 km
Астрономик символ һүрәте
Поверхностная гравитация 0,779 метр в секунду в квадрате
 Тритон Викимилектә

Тритон (бор. грек. Τρίτων) — Нептундың иң ҙур юлдашы, уны инглиз астрономы Уильям Лассел 1846 йылдың 10 октябрендә аса. Ҡояш системаһыда ҙурлығы буйынса етенсе һәм Ҡояш системаһында орбитаһы буйлап ретроград хәрәкәт менән йөрөүсе берҙән-бер һәм иң ҙур юлдаш. Ретроград хәрәкәте һәм составы буйынса оҡшашлығы нигеҙендә Плутон уны Койпер билбауынан тартып алған, тип иҫәпләнелә[3].

Тритондың ядроһы таш-металдан тора һәм юлдаштың дөйөм массаһының 2/3 өлөшөн тәшкил итә, тип фаразлана. Ядро һыу боҙо ҡабығы һәм азот боҙо ҡатламы менән бергә боҙ мантияһын хасил иткән[4]. Тритон составында һыу боҙо 15 проценттан 35 процентҡа тиклем етә, тигән фекер бар.

Тритон — Ҡояш системаһында геологик йәһәттән иң әүҙем юлдаштарҙың береһе. Тектоник әүҙемлек эҙҙәре, хикмәтле рельефы һәм азот сәсеп торған күп һанлы криовулкандары уның ҡатмарлы геологик тарихы тураһында һөйләй. Шыйығайтылған азот атмосфераһы баҫымы диңгеҙ кимәлендә ер атмосфераһы баҫымынан 1/20000 тәшкил итә[5][6].

Асыш һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тритонды асҡан Уильям Лассел

Тритонды 1846 йылдың 10 октябрендә, Нептун планетаһы асылып 17 көн үткәс, инглиз астрономы Уильям Лассел аса[7].

Немец астрономдары Иоганн Готтфрид Галле һәм Генрих Луи д 'Арра, Джон Гершель планетаны асҡандан һуң Уильям Ласселға хат аша Нептундың юлдаштарын табырға тырышып ҡарарға тәҡдим итә. Лассел эҙләнеүҙәрҙе башлап ебәрә һәм 8 көндән һуң Нептундың юлдашы булған Тритонды аса[8][9][10]. Лассел шулай уҡ Нептундың ҡулсалары тураһындағы мәғлүмәтте лә әйтә. Ысынлап та, планетаның ҡулсалары бар, әммә улар 1968 йылда ғына рәсми рәүештә асыла, шуға күрә Ласселдың ҡулсаларҙы күҙәтеүе тураһында иғлан итеүе икеләнеүҙәргә дусар була[11].

Юлдаш Посейдондың улы боронғо грек аллаһы Тритон хөрмәтенә шулай атала. Уильям Лассел, планеталарҙың теге йәки был юлдаштары атамалары буйынса (Гирин, Ариэль, Умбриэль) бәхәстәрҙә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, үҙе асҡан Тритонға исем бирмәй. «Тритон» атамаһы тик 1880 йылда Камиль Фламмарион хеҙмәттәрендә генә атап үтелә[12], ләкин күп йылдар үткәс кенә был исем ҡабул ителә.[13]. 1949 йылда планетаның икенсе юлдашы — Нереида асылғанға тиклем Тритон Нептундың юлдашы тип кенә атала.

Тритон ғәҙәти булмаған орбитаға эйә. Ул эклиптика һәм Нептун экваторы яҫылыҡтарына табан ныҡ ауышҡан. Тритон үҙ орбитаһы буйынса Нептун әйләнешенә ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт итә, тап ошо сифаты уны Ҡояш системаһындағы ретроград хәрәкәтле берҙән-бер һәм үтә ҙур юлдаш тип таныуға килтерә. Тритон орбитаһының тағы ла бер үҙенсәлеге: ул дөп-дөрөҫ тип әйтерлек түңәрәк буйлап әйләнә.[14]

Төҙөлөшө һәм орбиталь хәрәкәте үҙенсәлектәре нигеҙендә Тритондың Койпер билбауында Плутонға оҡшаған айырым күк есеме булараҡ барлыҡҡа килеүе һәм һуңыраҡ Нептундың уны үҙенә тартып алыуы тураһында фаразларға мөмкин. Иҫәп-хисаптар күрһәтеүенсә, ғәҙәти гравитация һөҙөмтәһендә тартып алыуҙың булыуы бик икеле. Икенсе бер фараз: Тритон ике ҡатлы система составына инә, ә был осраҡта тартып алыу ихтималлығы арта. Икенсе версия буйынса, Тритондың хәрәкәте бер аҙ тотҡарлана, һәм ул Нептун атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына «тейеп ҡала», шул ыңғай Нептун уны тартып ала.

Нептундың тартыу көсө йоғонтоһо аҫтында Тритон үҙенең түңәрәккә бик яҡын булған орбитаһына инеп урынлаша, шул ваҡытта бүленгән энергия юлдаш эсендәге матдәләрҙе иретә. Өҫтө үҙәгенә ҡарағанда тиҙерәк һыуына, ә шунан һуң туңыу һәм юлдаш эсендәге һыу боҙоноң киңәйеүе барышында уның өҫтө ярыҡтар менән ҡаплана. Бәлки, Тритондың тартып алыныуы Нептундың юлдаштар системаһын боҙғандыр, Нереиданың ғәҙәти булмаған орбитаһы тап шуға ишаралай.

Бер гипотеза буйынса, Нептундың һәм Тритондың тартыу йоғонтоһо аҫтында планета йылына бара, шул арҡала Нептун Уранға ҡарағанда йылыны күберәк бүлеп сығара. Һөҙөмтәлә Тритон әкренләп кенә Нептунға яҡынлаша; ҡасан да булһа ул Рош сигенә инәсәк һәм өлөштәргә бүленеп шартлаясаҡ. Шул саҡта Нептун тирәһендә хасил булған ҡулса Сатурн ҡулсаларына ҡарағанда байтаҡҡа көслөрәк буласаҡ.

Физик характеристикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тритон — Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса етенсе тәбиғи юлдаш. Уның диаметры 2706 км, һәм ул ҙур кәрлә планеталар — Плутон менән Эриданан ҙурыраҡ. Тритондың массаһы 2,14·1022 кг-ға тигеҙ, был әлеге ваҡытта Нептун юлдаштары булып иҫәпләнгән күк есемдәренең дөйөм массаһының 99,5 процентын тәшкил итә. Юлдаштың тығыҙлығы 2,061 г/секӨс -кә тигеҙ. Икенсе космик тиҙлек — 1,455 км/с.

Ерҙән ябай күҙәтеүсе Тритондың ялтырауын ғына күрә ала (13,47m[15]), шуға ла беҙҙең планетанан уны тик ҡеүәтле телескоп аша ғына күҙәтергә була. Абсолют йондоҙ дәүмәле −1,2m тәшкил итә.

Рәссам күҙаллауы буйынса Тритон атмосфераһы шыйығайтылған

Өҫтөндәге температура бик түбән булыуға ҡарамаҫтан, Тритон атмосфераһы шыйығайтылған. Ул бер аҙ метан һәм һөрөм газы ҡушылған азоттан тора. Тритондың көньяҡ ярымшарындағы йылылыҡ, уның өҫтөндәге боҙҙо иретеп, сублимация һөҙөмтәһендә газ барлыҡҡа килтерә. Шулай итеп, ғәмәлдә Тритон атмосфераһы Плутон атмосфераһы менән бер төрлө.

1989 йылда «Вояжер-2» үлсәгән атмосфера баҫымы Тритондың өҫтөндә 15-тән 19 микробар сиктәрендә тирбәлә, баҫым диңгеҙ кимәлендә ер атмосфераһының баҫымынан яҡынса 1/70000 тәшкил итә. Әммә 2010 йылдың март айында Тритон атмосфераһына һуңғы тапҡыр үткәрелгән тикшеренеүҙәр атмосфера баҫымының 1989 йылдан алып дүрт тапҡырға артыуын күрһәткән, һәм хәҙерге ваҡытта атмосфера баҫымы 40-65 микробарға тигеҙ[16].

Тритон өҫтөндәге яҡынса 100 километр оҙонлоғондағы болот. «Вояжер-2» төшөргән һүрәт

Тритон йөҙөндәге турбулентлыҡ бейеклеклеге 8 километрға еткән тропосфераны тыуҙыра. Гейзерҙар шлейфтары ярҙамында Тритон йөҙөндә барлыҡҡа килгән һыҙаттар, Тритонда микрометрға тиклемге ҙурлыҡтағы киҫәксәләрҙе хәрәкәткә килтерергә һәләтле миҙгел елдәре бар, тип фаразларға мөмкинлек бирә. Башҡа атмосфераларҙан айырмалы рәүештә Тритонда стратосфера юҡ, әммә бейеклеге 8 километрҙан 950 километрға еткән термосфера һәм артабан экзосфера бар. Ҡояш радиацияһы һәм Нептундың магнитосфераһы һөҙөмтәһендә планета атмосфераһының өҫкө ҡатламдарындағы температура 95 тәшкил ± 5 К тәшкил итә, был юлдаштың өҫтөндәгенә ҡарағанда юғарыраҡ. Тритондың шыйыҡ томан менән һуғарылған атмосфераһы, башлыса, ҡояш радиацияһы арҡаһында, метан боҙҙарын йылытып, газдың парға әйләнеүен иң мәжбүр иткән углеводородтар һәм нитрилдарҙани тора, тип иҫәпләнелә. 1-3 км бейеклектә шулай уҡ оҙонлоғо яҡынса 100 км булған азот болоттары бар[17].

1997 йылда Тритон Ҡояшҡа йәнәш үткән сағында Ерҙән күҙәтеүҙәр үткәрелә. Улар «Вояжер-2» тикшергәндәгегә ҡарағанда Тритонда тығыҙыраҡ атмосфераның булыуына күрһәтә; шулай уҡ 1989 йылдан 1998 йылға тиклем температураһының 5 %-ҡа күтәрелеүе теркәлә. Шулай итеп, ғалимдар Тритонда бер нисә йөҙ йылға бер тапҡыр ғына була торған йылы йәйге миҙгел урынлаша башлауын раҫлай. Был йылыныуҙы аңлатыусы теориялар Тритон өҫтөндәге һыуыҡ биҙәктәрҙең һәм альбедоның үҙгәрештәрен үҙ эсенә ала, ә был хәл Тритонға ҡояш йылыһын күберәк һеңдереү мөмкинлеген бирә. Шундай теорияларҙың береһе түбәндәгесә раҫлай: температуралағы үҙгәрештәр, геологик процестар барыуы сәбәпле, йыһанға атылып сыҡҡан ҡара-ҡыҙыл төҫтәге матдәләрҙең ултырыуының һөҙөмтәһе.

Тритон элек тығыҙыраҡ атмосфераға эйә булған, тип иҫәпләнелә[18].

Өҫтөндә кратеры булған «туңған күл» (уңда)

Тритондың өҫтө метан һәм азот боҙҙары менән ҡаплаған, шуға күрә ҡояш нурҙарын яҡшы сағылдыра. «Вояжер» осҡан ваҡытта көньяҡ ярымшарҙың күп өлөшөн поляр кәпәс япҡан була.

Тритон өтөндә уртаса температура тәшкил 38 К (-235 °C) тәшкил итә. Был ер шул тиклем һыуыҡ, моғайын, азот уның өҫтөнә бәҫ булып ултыралыр, йәки ҡар булып яуалыр. Шулай итеп, Тритон, , шул иң һыуыҡ Ҡояш системаһында объекттарының береһе булып тора, тип геологик әүҙемдеккә эйә булған иң һыуыҡ объект булып торалыр, тип фаразларға була.

Һәр хәлдә Тритондың Нептунға ҡараған яғында ярҙарында баҫҡыстарының бейеклеге километрға тиклем еткән киртләсле туңған күлгә оҡшаған ике (бәлки, унан да күберәктер) объект табыла. Уларҙың барлыҡҡа килеүе, күрәһең, бер-бер артлы туңыу һәм иреү дәүерҙәре алмашыныу менән бәйлелер. Тритон өҫтөндәге шарттарҙа хатта метан йәки аммиак боҙо етерлек дәрәжәлә ышаныслы түгел[19], шуға ла киртләстәр нигеҙендә һыу боҙо яталыр, тип фаразлана. Тритонда ай менән ҡояштың тартыу көсө һөҙөмтәһендә миллиард йылдар барышында шыйыҡлыҡтың булыуы ихтимал[20].

Тритондың көньяҡ поляр кәпәсе (һүрәттең өҫкө яртыһын биләй)

Алһыу, һары һәм аҡ материалдан торған көньяҡ поляр кәпәс юлдаштың көньяҡ ярымшарының байтаҡ өлөшөн биләй. Был материал метан һәм углеродтың монооксиды ингән азот боҙонан тора. Ҡояштан килгән һүрәм генә ультрафиолет нурланыш, алһыу-һары субстанция барлыҡҡа килтергән химик реакция тыуҙырып, метанға тәьҫир итә.

Плутондағы кеүек үк, Тритонда азот боҙҙары юлдаш өҫтөнөң яҡынса 55 процентын ҡаплай, уның 20-35 проценты һыу боҙона һәм 10-25 проценты ҡоро боҙға тура килә. Шулай уҡ Тритон өҫтө (башлыса көньяҡ поляр кәпәстә) бик үк ҙур булмаған миҡдарҙа туңған метан һәм һөрөм газы менән ҡапланған — ярашлы рәүештә 0,1 проценттан һәм 0,05 процентҡа тиклем.

Тритон өҫтөндә удар кратерҙар бик аҙ, был күренеш юлдаштың геологик әүҙемлеге хаҡында һөйләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, Тритон өҫтөнөң йәше 100 миллион йылдан артмай. «Вояжер-2» йыйған мәғлүмәттәр буйынса бөтәһе 179 кратер теркәлгән, уларҙың көслө ударҙан һуң хасил булыуы шик тыуҙырмай[21]. Сағыштырыу өсөн: Урандың юлдашы Мирандала 835 кратер теркәлгән[21], ә Миранда өҫтөнөң майҙаны Тритон өҫтө майҙанының 3 процентын тәшкил итә[21]. Тритонда табылған иң ҙур удар структураның («Мазомба» тип атала) диаметры 27 км. Өҫтәүенә Тритонда бик күп ғәйәт ҙур кратерҙар табылған, уларҙың ҡайһы берҙәре "Мазомба"нан дә ҙурыраҡ. Был кратерҙарҙың күк есемдәренә бәрелеү һөҙөмтәһендә түгел, ә геологик әүҙемлеккә бәйле булыуы көн кеүек асыҡ[21][22].

Юлдаштың өҫтө «Ҡауын тышын» хәтерләтә

Тритон кратерҙарының күбеһе хәрәкәт йүнәлеше буйынса ятҡан ярымшарҙа урышлаша. Ғалимдар Тритон ярымшарында хәрәкәткә ҡаршы ҡараған кратерҙарҙы әҙерәк табылыуын көтә. Нисек кенә булмаһын, «Вояжер-2» Тритон өҫтөнөң бары 40 процентын ғына тикшергән, шуға күрә киләсәктә «Мазомба»ға ҡарағанда тағы ла ҙурыраҡ удар кратерҙар табылыуы ихтимал[21].

Тритон өҫтөндә (башлыса көнбайыш ярымшарҙа[19]) ерҙәре рельефы ҡауын ҡабығына оҡшаған уникаль биләмә ярайһы ҙур майҙанды биләй. Ҡояш системаһында күк есемдәренең береһенең йөҙө лә быға оҡшамаған. Уны тап шулай: Ҡауын ҡабығы биләмәһе (Cantaloupe terrain), тип атайҙар. Ҡауын тышлы биләмәлә удар кратерҙар күп түгел, әммә был ерҙәр юлдаштағы иң боронғо ерҙәр тип иҫәпләнә[23]. Бында диаметрҙары 30-40 километрға еткән ғәйәт ҙур түңәрәк структуралар осрай[23], әммә уларҙың килеп сығышын менән удар бәрелештәр менән бәйләмәйҙәр, сөнки был структуралар яҡынса бер үлсәмдә, кәкре формала, ситтәре бейек һәм шыма (удар кратерҙар, ғәҙәттә, түңәрәк формала, ситтәре һөҙәк һәм тигеҙ була). Уларҙың килеп сығышын диапир күренеше менән бәйләйҙәр[24][19].

Ҡауын тышлы урындарҙың килеп сығышы буйынса бер нисә теория бар. Иң киң таралғаны: көслө криовулкан һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, аҙаҡ шул урынды баҫҡан һәм һыуынған. Ҡатҡандан һуң боҙ киңәйә һәм ярыла[23].

Тритондың 1989 йылда «Вояжер-2» төшөргән һүрәте. Ҡара нурҙар — криовулкандарҙың атылыу эҙҙәре

Поляр кәпәс өлкәһендә күп һанлы (50-гә яҡын) ҡара һыҙаттар бар. Уларҙың икеһе матдәне гейзерға оҡшаш итеп атыу һөҙөмтәһендә (ҡара. Криовулканизм) хасил булған, ҡалғандарының да килеп сығышы шундай уҡ, тип иҫәпләргә нигеҙ бар. Боҙҙағы ярыҡтар аша тышҡа урғылған азот 8 км бейеклеккә саң киҫәксәләрен дә бергә өҫкә табан ата, аҙаҡ был шыйыҡ лава кире юлдаш өҫтөнә борола һәм шлейф булып 150 км алыҫлыҡҡа тиклем тарала. Был лава көнбайышҡа табан йүнәлә, тимәк, ел шул яҡҡа иҫә, тип фаразларға була. Гейзерға оҡшап атылған матдәнең энергия сығанағы һәм хәрәкәт итеү механизмының ниндәй булыуы аңлашылмай, әммә был гейҙерҙар Ҡояш зенитта булған киңлектәрҙә күҙәтелеүе был күренеште булдырыуҙа ҡояш нурҙарының йоғонтоһо барҙыр, тигән фаразға килтерә.

Тритон эсендәге океан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мэриленд штатының Колледж-Парк ҡалаһы университетынан Сасваты Хиер-Маджумдер (Saswata Hier-Majumder) етәкселегендәге астрофизиктар төркөмөнөң иҫәпләүҙәре буйынса, әгәр Тритондың тәүге орбитаһы һуҙынҡы булһа, уның эсендә аммиак һәм һыуҙан торған шыйыҡ океандың булыуы ихтимал. Хиер-Маджумдер һәм уның коллегалары был океанда «ер»ҙәге мәғәнәлә тормоштоң барлыҡҡа килеүе мөмкинлеген шик аҫтына ҡуя, сөнки һыуҙың уртаса температураһы 176 К (-97 °С) ошо кимәлдән күтәрелә алмай. Тикшеренеүселәр тип фаразлауынса, бының булыу ихтималлығы да — Тритондың эллиптик орбитаһы, бер нисә миллиард йыл әйләнә торғас, бөгөнгө көндәге идеаль түңәрәккә әйләнә бара. Был осраҡта Тритондың өҫкө ҡабығы аҫтындағы шыйыҡ океан 4,5 миллиард йыл туңмайынса тора ала[25].

Нептун (өҫтә) һәм Тритон (аҫта) «Вояжер-2» кире ергә «осҡан» мәлендә

Тритондың орбиталь характеристикалары XIX быуатта уҡ билдәләнә. Уның ретроград хәрәкәте һәм орбитаһының Нептун экваторына һәм эклиптикаға ҡарата бик ныҡ ауыш булыуы ла асыла. Әммә XX быуатҡа тиклем Тритондың үҙе тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә билдәле булмай 1954 йылда Джерард Койперюлдаштың диаметрын үлсәргә тырыша. Тәүҙә диаметры 3800 км тип баһалана. Артабанғы үлсәүҙәр 2500 км-нан 6000 км-ға тиклемге мәғлүмәттәрҙе бирә.[26]. 1989 йылда ғына, «Вояжер-2» аппараты ярҙамында теүәлмәғлүмәт алына — 2706,8 км.

1990сы йылдарҙан алып, ерҙәге обсерваториялар Тритондың йондоҙҙар менән ҡапланыуын күҙәтә башлай, был уның шыйығайтылған атмосфераһының үҙсәнлектәрен өйрәнеү мөмкинлеген бирә. «Вояжер-2»-нән алынған мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, Ерҙән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә,Тритон атмосфераһы тығыҙыраҡ[27]. Тритонда атмосфераһының температураһы 5 процентҡа юғарыраҡ булыуы асыҡлана. Быны йәйге осор башланыу менән бәйле, тип аңлаталар, сөнки газ өҫтө температураһы күтәрелеү менән юлдаш өҫтөндәге газдарҙың парға әйләнеүе лә арта.

«Вояжер-2» Тритонды яҡындан тикшергән беренсе һәм берҙән-бер космик аппарат булып ҡала. Был хәл 1989 йылдың июль-сентябрендә була.

XXI быуаттың икенсе сирегендә Тритонды тикшереү ҡайтанан башланасаҡ, бының өсөн NASA Triton Hopper миссияһын планлаштыра.

Юлдаш, Ҡояш Системаһы һәм башҡа донъя араһындағы аралаш база булараҡ, төрлө әҫәрҙәрҙә телгә алына.

  • «Андромеда томанлығы» фильмы
  • «Андромеда томанлығы» романында (1957) Тритонда «звездолеттар станцияһы» һәм «карантин шифаханаһы» урынлаша, унда ванналары һәм концерт залдарының булыуы ла тасуирлана. Тритон тәбиғәте «йөҙ етмеш градуслы һыуыҡ» һәм «туңған аммиак ҡары» менән һүрәтләнә
  • Йыһан Дальнобойщиктары
  • Descent компьютер уйынры һәм уның дауамы
  1. https://ssd.jpl.nasa.gov/?sat_phys_par
  2. Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  3. Craig B. Agnor, Douglas P. Hamilton Neptune's capture of its moon Triton in a binary–planet gravitational encounter (инг.) // Nature : journal. — 2006. — Т. 441. — № 7090. — С. 192—194. — DOI:10.1038/nature04792 — Bibcode2006Natur.441..192A — PMID 16688170.
  4. Prockter, L. M.; Nimmo, F.; Pappalardo, R. T. A shear heating origin for ridges on Triton (инг.) // Geophysical Research Letters[en]. — 2005. — Т. 32. — № 14. — С. L14202. — DOI:10.1029/2005GL022832 — Bibcode2005GeoRL..3214202P
  5. Neptune: Moons: Triton. NASA. Дата обращения: 21 сентябрь 2007. Архивировано 5 октябрь 2011 года.
  6. Detection of CO in Triton’s atmosphere and the nature of surface-atmosphere interactions.
  7. William Lassell Lassell's Satellite of Neptune (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 1847. — Т. 8. — № 1. — С. 8.
  8. William Lassell Discovery of Supposed Ring and Satellite of Neptune (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society : journal. — Oxford University Press, 1846. — Т. 7. — № 9. — С. 157.
  9. William Lassell Physical observations on Neptune (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 1846. — Т. 7. — № 10. — С. 167—168.
  10. Observations of Neptune and his satellite (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 1847. — Т. 7. — № 17. — С. 307—308.
  11. Robert W. Smith, Richard Baum William Lassell and the Ring of Neptune: A Case Study in Instrumental Failure (инг.) // Journal of History of Astronomy : journal. — 1984. — Т. 15. — № 42. — С. 1—17.
  12. Flammarion, Camille. Astronomie populaire, p. 591 (1880). Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано 4 июль 2012 года.
  13. Camile Flammarion. Дата обращения: 25 ғинуар 2011. Архивировано 23 апрель 2014 года.
  14. Spohn, Tilman. Breuer, Doris. Johnson, Torrence V. Encyclopedia of the Solar System. — Elsevier, 2014.
  15. Classic Satellites of the Solar System". Observatorio ARVAL. Проверено 2007-09-28.
  16. Detection of CO in Triton's atmosphere and the nature of surface-atmosphere interactions.
  17. Limb clouds over Triton.
  18. Lunine, J. I.; Nolan, Michael C. A massive early atmosphere on Triton (1992).
  19. 19,0 19,1 19,2 Harold F. Levison, Luke Donnes. Comet Populations and Cometary Dynamics // Encyclopedia of the Solar System / Edited by Lucy Ann Adams McFadden, Lucy-Ann Adams, Paul Robert Weissman, Torrence V. Johnson. — 2nd ed. — Amsterdam; Boston: Academic Press, 2007. — P. 483–502. — ISBN 0120885891.
  20. Triton might even have been liquid... (ингл.). Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 1 декабрь 2010 года.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 Strom, Robert G.; Croft, Steven K.; Boyce, Joseph M. The Impact Cratering Record on Triton (инг.) // Science. — 1990. — Т. 250. — № 4979. — С. 437—439. — DOI:10.1126/science.250.4979.437 — PMID 17793023.
  22. Ingersoll, Andrew P.; Tryka, Kimberly A. Triton's Plumes: The Dust Devil Hypothesis (инг.) // Science. — 1990. — Т. 250. — № 4979. — С. 435—437. — DOI:10.1126/science.250.4979.435 — PMID 17793022.
  23. 23,0 23,1 23,2 Joseph M. Boyce A structural origin for the cantaloupe terrain of Triton (инг.) // In Lunar and Planetary Inst., Twenty-fourth Lunar and Planetary Science Conference. Part 1: A-F (SEE N94-12015 01-91) : journal. — 1993. — Т. 24. — С. 165—166.
  24. Jackson, M. P. A. Diapirism on Triton: A record of crustal layering and instability (инг.) // Geology : journal. — Geological Society of America, 1993. — Т. 21. — № 4. — С. 299—302. — DOI:[[DOI:10.1130/0091-7613(1993)021<0299:DOTARO>2.3.CO;2|10.1130/0091-7613(1993)021<0299:DOTARO>2.3.CO;2]]
  25. Водный океан может существовать в недрах спутника Нептуна (6 сентябрь 2012). Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано 26 октябрь 2012 года.
  26. D. P. Cruikshank, A. Stockton, H. M. Dyck, E. E. Becklin, W. Macy The diameter and reflectance of Triton (инг.) // Icarus. — Elsevier, 1979. — Т. 40. — С. 104—114. — DOI:10.1016/0019-1035(79)90057-5
  27. D. Savage, D. Weaver, D. Halber Hubble Space Telescope Helps Find Evidence that Neptune's Largest Moon Is Warming Up (инг.) // Hubblesite : journal.

Ҡалып:Спутники Нептуна

Ҡалып:Атмосферы