24 май
Уҡыу көйләүҙәре
24 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 май Викимилектә |
24 май — григориан стиле буйынса йылдың 144-се (кәбисә йылында 145-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 221 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя видеоуйындар көнө.
- АҠШ: Ағай-энеләр көнө.
- Бразилия: Ҡәһүә көнө.
- Болгария: Мәҙәниәт һәм яҙма көнө.
- Канада: Велосипед көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө.
- АҠШ: Авиация техниктары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Кадрҙар хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
- 1925: «Комсомольская правда» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1956: Швейцарияла беренсе тапҡыр «Евровидение» йыр бәйгеһе үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карташова Флорида Сәхи ҡыҙы (1945), мәғариф ветераны, 1971—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000).
- Сухоруков Николай Александрович (1950), ғалим-педагог, спортсы. 1971 йылдан Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1995 йылдан «Ағиҙел» спорт-һауыҡтырыу лагеры директоры. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002).
тулы исемлек
- Сидоренко Ирина Владимировна (1955—21.10.2016), музыкант, 1980—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестр артисы, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа — концертмейстер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000).
- Акшенцев Сергей Васильевич (1975), спортсы. Ғәмәли янғын спорты буйынса 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2009 һәм 2011 йылдарҙа донъя чемпионы, 2010 йылда биш тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнеүсе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боков Владимир Александрович (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-географ, ландшафт белгесе, эколог. 1967 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 1973 йылдан — Удмурт университеты (Ижевск), 1980 йылда — В. И. Вернадский исемендәге Таврия милли университеты (Симферополь) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылдан геоэкология кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Ҡырым Республикаһының (2000) һәм Украинаның (2004) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Мальханов Владимир Борисович (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-офтальмолог. 1969 йылдан) Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1974—2013 йылдарҙа бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
тулы исемлек
- Мәмлиева Нәғимә Дилмөхәмәт ҡыҙы (1946—2008), мәғариф алдынғыһы. 1966—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы Баҡай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ғабдуллин Вил Ҡәүи улы (1961), спортсы, тренер. 1993 йылдан кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 2003 йылдан — өлкән тренеры. 1999 йылдан Башҡортостандың Көрәш сәнғәте федерацияһы президенты. Кикбоксинг һәм һуғыш сәнғәте буйынса 24 тапҡыр донъя, ике тапҡыр Европа, шулай уҡ БДБ һәм Рәсәй чемпионы, төрлө кимәл ярыштар призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Назаров Михаил Алексеевич (1927—29.08.2019), рәссам. 1981 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002). Г. С. Мосин исемендәге премия лауреаты (2001).
- Хәсәнова Маһинур Мөхәмәҙи ҡыҙы (1927—7.01.1994), механизатор. 1951 йылдан Әбйәлил районы Әлмөхәмәт МТС-ы, 1957 йылдан — Асҡар МТС-ы комбайнсыһы, 1957—1977 йылдарҙа Калинин исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Тәпән ауылынан.
тулы исемлек
- Родичкин Николай Иванович (1937), механизатор. 1960 йылдан Әбйәлил район «Урал» совхозы электрослесары, 1965 йылдан — комбайнсы, тракторсы-машинист. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Сәғетдинова Илюза Тимербулат ҡыҙы (1942), сәнәғәт ветераны. 1961—1987 йылдарҙа Өфө текстиль быяла-сүс заводы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
- Ҡарабаева Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы (1972), нәшерсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең корректоры, өлкән корректоры, мөхәррир, сектор мөдире һәм баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ҡалдар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәбиев Мирзанур Фәсхетдин улы (1923—18.04.2008), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1985 йылдарҙа Илеш районы М. Горький исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1980). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975, 1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡәҙер ауылынан.
- Имашева Мөнирә Әнәс ҡыҙы (1958), медицина хеҙмәткәре. Ҡалтасы район үҙәк дауаханаһы хирургия бүлегенең шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2000). Райондың почётлы гражданы (2013).
тулы исемлек
- Синёва Рәсимә Әхсән ҡыҙы (1958), дәүләт органы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2007 йылдан Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан Республика бүлексәһенең Ағиҙел ҡалаһындағы идаралыҡ начальнигы. Ағиҙелдең бишенсе саҡырылыш ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2018). Рәсәй Пенсия фонды отличнигы (2013).
- Хәбибуллин Булат Нурмый улы (1958), фалим-математик. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1993)
- Әлибаев Фәнүр Хажиәхмәт улы (1958), «Көньяҡ Урал» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе.
- Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы (1963), табип-ғалим, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Ғәлимов Артур Марат улы (1978), ғалим-инженер. 2001 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры, цех мастеры, инженер-электригы, 2017 йылдан — Дүртөйлө ҡорамалдар эксплуатациялау цехы начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мархасин Виктор Ильич (1944–28.11.1987), ғалим-тау инженеры, геофизик. 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (1949—14.09.2020), йырсы. 1976–1998 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Татар АССР‑ының (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2020) халыҡ артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), «Татар йыры» халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан, 2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡотлояр ауылынан.
тулы исемлек
- Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы (1954), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
- Миронов Ринат Ғаян улы (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2007). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1830: Алексей Саврасов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1900: Эдуардо Де Филиппо, Италия комедиографы, актёр һәм кинорежиссёр.
тулы исемлек
- 1905: Михаил Шолохов, СССР яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса 1965 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1925: Май Сеттерлинг, Швеция актрисаһы, сценарист һәм кинорежиссёр.
- 1934: Анатолий Бичуков, скульптор, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, 2001 йылдан Рәсәй һынлы сәнғәт академияһының вице-президенты.
- 1935: Александр Леманский, СССР һәм Рәсәй ғалимы, «Алмаз» ғилми-производство берекмәһенең генераль конструкторы.
- 1940: Иосиф Бродский, СССР һәм АҠШ шағиры, әҙәбиәт буйынса 1987 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1945: Евгений Киндинов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1945: Присцилла Пресли, АҠШ актрисаһы.
- 1960: Кристин Скотт Томас, Британия актрисаһы.
- 1965: Синъитиро Ватанабэ, Японияның аниматор-режиссёры.
- 1990: Джоуи Логано, АҠШ автоуҙышсыһы.