Эстәлеккә күсергә

Кәмә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәмә
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы некорректная дата (недостижимая точность)
Рәсем
Изображение модели
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 14 233
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Boats by view[d]
 Кәмә Викимилектә

Кәмә — бәләкәй судно. Хәрби-диңгеҙ һүҙлегендә[1]кәмә тураһында бына ошондй мәғлүмәт бирелгән: кәмә — оҙонлоғо туғыҙ, киңлеге өс метрғаса булған, йөк һыйҙырышлылығы биш тоннағаса еткән судно. Ғәҙәт буйынса, кәмәләр ишкәкле була. Әммә елкәнле кәмәләр ҙә осрай. Тик бәләкәй, спорт төрөндәге елкәнле кәмәләрҙе яхта тип атап йөрөтәләр. Шулай уҡ кәмә мотор менән дә ҡулайлаштырылырға мөмкин. Мотор шулай уҡ төп, ярҙамсы энергия сығанағы булып ҡулланыла ала. Мотор ҡуйылған кәмәләргә күп илдәрҙә моторлы кәмә квалификацияһы ҡабул ителгән[2]. Уларҙы катер тип атап йөрөтәләр.

Кәмә етештереү өсөн еңел иретмәләр (дюралюмин), ағас, композиция материалдары һәм полимер ҡулланыла. Композитив материалдарҙан эшләнгән кәмәләр пластик кәмә тип тә йөрөтөлә. Тағы ла кәмәләрҙең бер төрө — тын тултырылыусы кәмәләр. РИБ (RIB — rigid inflatable boat) — тын тултырылыусы кәмәләрҙең береһе. Уның төп корпусына тын өрөп тултырыла, төбө бик ҡаты. Батмаҫлыҡ итеп яһала.

Хәҙерге заманда кәмәләр күберәк ял итеү, балыҡ аулау, йөктәрҙе бер ярҙан икенсе ярға күсереү өсөн өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ халыҡ йәшәгән урындарҙы һыу баҫыу осраҡтарында, ҡотҡарыу шлюпкалары саралары булараҡ ҡулланыла.

Фюзеляждарына һыу тултырылыусы гидросамолеттарҙы осоусо кәмәләр тип тә йөрөтәләр.

Быларҙан тыш «кәмә» тип йөрөтөлөүсе корабль төрҙәре лә бар (һыу аҫты кәмәһе, канонер кәмәһе). Тик быларҙың атамаһы кәмә исеменә тап килеп етмәй[3].

Катамаран Гавай утрауҙарында

Дәүләт теркәүенә инмәгән шлюпкалар һәм кәмәләр: ауырлығы 200 килограмғаса булған кәмәләр (двигатель ҡуйылған осраҡта ҡеүәте 8 киловаттан артырға тейеш түгел), оҙонлоғо 9 метрҙан артмаған елкәнле спорт кәмәләре (шулай уҡ двигатель һәм ял итеү өсөн ҡулайламалар ҡуйылмаған булырға тейеш) [4].

Кәмәнең барлыҡҡа килеүе һәм эволюцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Этюд. Кәмә һәм ике кеше. Прокудин-Горский Сергей Михайлович фотоһы, 1909

Тәүтормош кешеләре тарафынан кәмә бер нисә юл менән барлыҡҡа килгән. Беренсе идея һыуҙа йөҙөп йөрөгән ағас олонон күреп барлыҡҡа килгәндер, тип уйларға мөмкин. Ағас олондарын, ғәҙәттә, һыуҙа йөҙөп сығыр өсөн хайуандар ҙа ҡуллана.

Ағасты файҙаланғанда кеше төрлө ысулдар ҡулланған. Ике башын ослап, урта тирәһен соҡоп, кереп ултырырлыҡ итеп ҡулайлаштырған. Быларҙы сүре тип йөрөтәләр. Шулай уҡ бат тип йөрөтөлгән кәмәләр ҙә булған. Уларҙы боронғо свайлы төҙөлөштәр булған урында Швейцарияның торфлы күлдәрендә тапҡандар.

Хәҙерге ваҡытта ла Себерҙең ҡайһы бер йылғаларында, күлдәрендә, Азияның, Африканың күп кенә урындарында осратырға мөмкин.

Ике елкәнле джонка

Кәмәнең типтары һәм төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Байдара — төньяҡ Көнсығыш Себер һәм Төньяҡ Американың көнбайыш ярҙарында йәшәүсе халыҡтарҙың, шул иҫәптән чукчаларҙың, алеуттарҙың, коряктарҙың, эскимостарҙың ҙур традицион промысла һәм транспорт кәмәһе. Ул 30 кешене һыйҙыра ала.
  • Байдарка — Тымыҡ океандың төньяғында яр буйында йәшәүсе халыҡтарҙың: чукчаларҙың, коряктарҙың, эскимостарҙың оҙон һәм тар кәмәһе. Ул диңгеҙ янаурҙарын аулау өсөн тәғәйенләнгән; шулай уҡ, ҡаяҡ һымағыраҡ.
  • Баркас — бәләкәй размерҙағы үҙ йөрөшлө судно. Гавандәрҙә һәм рейдтарҙа төрлө типтағы йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән, ҙур диңгеҙҙә йөрөй торған 14 — 22 ишкәкле йәки моторлы шлюпка.
  • Вака (каноэ) — каноэның бер төрө. Элегерәк Яңы Зеландиялағы маори халҡы вәкилдәрендә киң таралған булған.
  • Вельбот — тиҙ йөрөшлө, бик тар, 4/8 ишкәкле мороно һәм ҡойроғо ослайып бөткән шлюпка.
  • Верейка (кәмә) — бәләкәй генә тар кәмә төрө. Англияла ул традицион кәмә, пассажирҙарҙы йылға аша сығарыу йәки гавангә ташыу өсөн ҡулланыла.
  • Гичка — тиҙ йөрөшлө ишкәкле йәки елкәнле шлюпка. Уның ике яҡлап 6 — 10 ишкәге була. Мороно осло, ҡойроғонда ла ишкәге була.
  • Гондола — традицион винициан ишкәкле кәмәһе.


  1. Военно-морской словарь. Москва. Военное издательство 1990. ISBN 5-203-00174-X
  2. Например, в России в соответствии с ГОСТ 19105-79. См также [1]
  3. Лодка // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Федеральный закон Российской Федерации от 23 апреля 2012 г. N 36 ФЗ. Дата обращения: 21 август 2013. Архивировано 14 март 2014 года.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «кәмә» мәҡәләһе бар