Сифат
Сифат — предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө, ниндәй?, ҡайһы?, ҡайҙағы?, ҡасанғы? һорауҙарына яуап бирә. Сифат исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай
Сифат тураһында дөйөм төшөнсә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морфологик йәһәттән сифаттар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифаттар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.
Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде. (М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев.)
Сифаттарҙың яһалышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот — болотло, оял — оялсан, эш — эшсән. Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһалма сифат, ҡушма сифат.
Тамыр сифат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.
Яһалма сифат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:
- исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.
- ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).
- һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.
- исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.
- үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси
Ҡушма сифат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.
- парлы: аҡлы-ҡаралы, яҙлы-көҙлө.
- ҡабатлау:көслө-көслө, һылыу-һылыу.
- бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй),
Төп һәм шартлы сифаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сифаттар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, икегә: төп һәм шартлы — сифаттарға бүленә.
Төп сифаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туранан—тура билдәһен белдерә: аҡ сәскә, киң өҫтәл, һәйбәт кеше, тәртипле бала.
Төп сифаттар предмет билдәһенең ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ—ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара—ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл—ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл.
Шартлы сифаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт, йөн күлдәк, таш йорт, йәйге эҙе, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, өйҙәге кешеләр. Шартлы сифаттарға урыҫ теленән ялғауҙарҙы ҡыҫҡартып алынған сифаттар ҙа инә: социалистик, революцион, индустриаль.
Шартлы сифат дәрәжә менән үҙгәрмәй. Ул предметтың үҙгәрмәй торған билдәһен белдерә:Ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.
Сифат дәрәжәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Предметтың билдәһе төрлөсә, төрлө кимәлдә, йәғни төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. Тел саралары ярҙамында предмет билдәләренең төрлө булыуын күрһәтеп була. Төп сифаттың дүрт дәрәжәһе була.
Төп дәрәжә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп дәрәжәләге сифат предмет аңлатҡан билдәнең төп мәғәнәгә тура килеүен белдерә йәғни был предметта сифат белдергән билдә артыҡ та, кәм дә түгел. Мәҫәлән: аҡ-аҡ төҫтө белдерә: аҡ йорт, аҡ ҡағыҙ, аҡ күлдәк. Төп дәрәжәләге сифатҡа бер ниндәй ялғау ҡушылмай.
Тамыр һәм яһалма сифаттар төп дәрәжәлә килә.
Сифаттарҙың мәғәнәһен тамыр һәм яһалма сифаттар белдерә.
Сағыштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер предметың билдәһе икенсе предметта күберәк йә аҙыраҡ булыуын күрһәтә:матурыраҡ һүрәт, ағыраҡ тауар.
Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе ике төрлө юл менән яһала: а)тамыр(нигеҙ) сифат һуҙынҡы өнгә бөтһә, -раҡ, -рәк, тартынҡы өнгә бөтһә -ыраҡ, -ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: аҡсалы- аҡсалыраҡ, белемле- белемлерәк, киң- киңерәк, тоҙло- тоҙлораҡ,
Артыҡлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттар бер предметтағы билдәнең башҡа шундай уҡ предметтарҙағы билдәнән бик күпкә артыҡ икәнен белдерәләр. Һүҙҙең беренсеижегенә – п ҡушып, йәки һүҙгә иң, бик, уғата, үтә, ифрат, ныҡ ҡушылып яһала: ҡып-ҡыҙыл, йәп-йәшел; бик көслө, ифрат белемле, иң бейек, үтә шәп.
Аҙһытыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙһытыу дәрәжәһендәге сифаттар предмет билдәһенең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерәләр. Аҙһытыу дәрәжәһе -ғылт, -гелт, -ҡылт, -келт, -һыл, -һел, -һыу ялғауҙары ярҙамында яһала: ҡыҙғылт, йәшкелт, күкһел.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә төп сифаттар ҙа аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай, мәҫәлән: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур.
Синоним сифаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уртаҡ мәғәнәле йәки мәғәнәләре яҡын булған сифаттарҙы синоноим сифаттар тип йөрөтәләр. Мәҫәлән: матур, сибәр , һылыу, зифа, нәфис, гүзәл.
Исемләшкән сифаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сифаттарға грамматик анализ яһау тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сифаттың башланғыс формаһы
- Сифаттың төрө (төп, шартлы)
- Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)
- Дәрәжәһе (төп, аҙһытыу, артыҡлыҡ, сағыштырыу)
- Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә.
Анализ өлгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбағыш баҫыуы һап-һары келәм менән ҡапланды. (Я. Хамматов.)
Телдән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һап-һары — сифат, башланғыс формаһы— һары, төп сифат, тамыр сифат, артыҡлыҡ дәрәжәһендә, һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.
Яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һап-һары —төп сифат, там.сифат, арт.дәр., аныҡлаусы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө — 2000 йыл. ISBN 5-295-02619-1
- Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө — 2008 йыл. ISBN 978-5-295-04288-1
- В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек. Өфө — 2009 йыл. ISBN 5-295-02834-8