Сэмюэл Морзе
Сэ́мюэл Фи́нли Бриз Мо́рзе (ингл. Samuel Finley Breese MorseSamuel Finley Breese Morse [mɔːrs]; 27 апрель 1791 йыл — 2 апрель 1872 йыл) — Америка уйлап табыусыһы һәм рәссамы. Киң билдәлелек алған уйлап табыуы — электромагнит тулҡындарын яҙыусы телеграф («Морзе аппараты», 1836) һәм Морзе коды (азбукаһы).
1844 йылдың 24 майында Вашингтондан Балтиморға, Морзе ысулын ҡулланып, «Дивны дела Твои, Господи» тигән беренсе ашығыс хәбәр ебәрелә.
Сэмюэл Морзе (1826—1845) — Нью-Йорктағы Милли дизайн академияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның тәүге президенты[16].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морзе 1791 йылдың 21 апрелендә АҠШ-тың Массачусетс штаты Чарльзтаун ҡалаһында бай американ ғаиләһендә донъяға килә. Уның атаһы танылған географ һәм рухани була. Үҫмер сағынан Сэмюэл ҡыҙыҡһыныусан һәм тынғыһыҙ булыуы менән башҡа тиңдәштәренән айырылып тора. Филлипс академияһында сәйер ҡылыҡлы студент булараҡ танылған улын атаһы Йельск колледжына күсерә. Электр буйынса лекциялар уны ҡыҙыҡһындырһа ла Морзе фәнгә битарафлыҡ күрһәтә. Талапсан ата-әсәһенә оҡшамаһа ла ул таныштарының миниатюр потреттарын төшөрөү менән дә мауыға. Колледжды тамамлағандан һуң Морзе Бостонда клерк булып эшләй башлай. Ләкин һынлы сәнғәт уны нығыраҡ ылыҡтыра, улдарының был мауығыуына ҡаршы булһалар ҙа, ата-әсәһе Сэмюэлды 1811 йылда Англияға Король художество академияһына һәм Б. Уэст студияһына[17]. сәнғәтте өйрәнергә ебәрә.
1812 йылда Бөйөк Британия һәм Наполеонды хуплаусы Ҡушма Штаттар араһында барған һуғыш барышында Морзе үҙен ялҡынлы патриот итеп күрһәтә. Әммә 1813 йылда, Морзе Лондон короллек художество академияһына «Үлем хәлендә ятыусы Геркулес» картинаһын тәҡдим иткәс, ул алтын миҙалға лайыҡ була.
1815 йылда тыуған иленә ҡайтҡас, Морзе американдарҙың уны инглиз рәссамы тип иҫәпләүҙәрен һәм һынлы сәнғәт менән бөтөнләй тип әйтерлек ҡыҙыҡһынмауҙарын белә. Портреттар яҙыу әллә ни табыш килтермәй, шуға күрә уға осто осҡа бәйләп йәшәргә тура килә[17]. Ун йыл буйы Сэмюэлға сәйәхәт итеүсе рәссам тормошон алып барырға тура килә. Морзе кеше менән тиҙ аралашыусан һәм һөймәлекле булғанға күрә, уны интеллектуалдар, байҙар һәм сәйәсмәндәр үҙ йорттарында ҡабул итә. Бынан тыш сит кеше менән тиҙ арала танышыу һәләте лә уға яңы дуҫтар табырға булышлыҡ итә. Уның дуҫтары араһында сәйәсмән М.-Ж. Лафайет, романдар яҙыусы Дж. Ф. Купер һәм хатта АҠШ президенты А. Линкольн да була. Тиҙ арала ҙурая барған Нью-Йоркта ул бер нисә бик ҡыҙыҡлы портрет яҙыуға өлгәшә, улар американ рәссамдары быға тиклем тыуҙырған портеттарҙан айырылып тора. 1825 йылда Морзе Нью-Йоркта Милли дизайн академияһына нигеҙ һала, уны ошо академияның президенты итеп һайлайҙар. 1829 йылда академия, һүрәт төшөрөү мәктәптәренең ҡоролошон һәм атаҡлы һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен өйрәнеү өсөн, уны Европаға ебәрә.
Европаға икенсе тапҡыр сәйәхәтендә Морзе Л. Дагер менән таныша һәм электр өлкәһендәге яңы асыштар менән ҡыҙыҡһынып китә. 1832 йылда Европанан пароходта ҡайтып килгәнендә осраҡлы ғына әңгәмә уны телеграф уйлап табыуға рухландыра. Әңгәмә барышында бер пассажир күптән түгел генә уйлап табылған электр магниты тураһында: «Электр тогын сымдың ике яғында ла күренерлек итеп эшләп булғас, хәбәрҙәрҙе лә шул сым аша тапшырып буласаҡ», — ти. Электр телеграфы тураһындағы идеяны Морзеға тиклем дә тәҡдим итеүселәр була, әммә ул үҙен был фекерҙе беренсе булып әйтеүсе тип иҫәпләй.
Морзе үҙенең бөтә ваҡытын һынлы сәнғәткә, Нью-Йорк университетында уҡытыуға һәм сәйәсәткә арнай. 1835 йылда Морзе һүрәт төшөрөү сәнғәте профессоры була. Әммә 1936 йылда университетта уға Вильгельм Вебер 1833 йылда тәҡдим иткән телеграф моделе һүрәтләнешен күрһәткәс, ул үҙен тулыһынса уйлап табыуға арнай.
Телеграфы эшләп китһен өсөн уға йылдар буйы эшләргә һәм уҡырға тура килә. 1837 йылдың сентябрендә ул үҙенең уйлап табыуын кешегә күрһәтә[18]. 1700 фут оҙонлоғондағы сым аша сигнал ебәрелә, әммә тапшырғыстан ҡабул ителгән телеграмманы уҡыу мөмкин булмай. Ләкин Морзе тиҙ генә бирешергә теләмәй: ярты йыл да үтеп өлгөрмәй А. Вейл менән берлектә хәрефтәрҙе нөктә һәм һыҙыҡ менән тапшырыу системаһын булдыра, аҙаҡ был система бөтә донъяла Морзе коды тип таныла. 1838 йылдың 8 февралендә Филадельфияла, Франклин Институтында, ул беренсе тапҡыр бик күп кеше алдында үҙенең хәбәрҙәрҙе махсус код сигналдары ярҙамында тапшырыусы электромагнит телеграфы системаһының эшләүен күрһәтә.
Ләкин был уйлап табылған электромагнит телеграфын ғәмәлгә индереү бик үк ябайҙан булмай. Уны Америка, Англия, Франция, Рәсәй ҙә ҡабул итмәй, бөтәһе лә системаны ҡулланыуҙан баш тарта. АҠШ Конгресын сираттағы тапҡыр телеграф линияларын булдырыуҙа ҡыҙыҡһындырырға тырышҡанда Сэмюэл бер конгрессменда үҙенең теләктәшен таба, һәм 1843 йылда Морзе Балтиморҙан Вашингтонға тиклем беренсе телеграф линияһын һуҙыу өсөн 30 000 доллар субсидия алыуға өлгәшә. Эш барышында 40 километрға электр сигналының барып етмәүе һәм тура бәйләнеш урынлаштырыуҙың мөмкин булмауы асыҡлана. Был ауыр хәлдән сығыу юлын уның компаньоны Альфред Вейл күрһәтә, ул релены көсәйткес урынына файҙаланырға тәҡдим итә. 1844 йылдың 24 майында линияны ҡороу тамамлана, ләкин Морзе шул мәлдә үк партнерҙары һәм конкуренттары менән юридик низағҡа ылыҡтырыла. Ул асырғанып көрәшә, һәм Юғары Суд 1854 йылда уның телеграфҡа авторлыҡ хоҡуҡтарын таный.
Гәзиттәр, тимер юлдары һәм банкылар тиҙ арала уның телеграфын ҡуллаа башлай. Телеграф линиялары бөтә донъяны уратып ала, Морзеның байлығы һәм даны ла арта бара. 1858 йылда Европаның 10 дәүләтенән Морзе уйлап тапҡан телеграфы өсөн 400 000 франк аҡса ала. Морзе Нью-Йорк эргәһендә, Пончкифила имение һатып ала һәм ҡалған ғүмерен шунда, балалары һәм ейәндәре араһындав үткәрә. Ҡартая килә Морзе филантропҡа әйләнә. Ул мәктәптәргә, университеттарға, сиркәүҙәргә, библия йәмғиәттәренә, миссионерҙарға һәм ярлы рәссамдарға ярҙам итә.
1872 йылда үлгәндән һуң Морзеның уйлап табыусы булараҡ даны һүнә, сөнки телеграфты телефон, радио һәм телевидение ҡыҫырыҡлап сығара, уның ҡарауы рәссам булараҡ репутацияһы күтәрелә. Морзе үҙен портретист тип иҫәпләмәй, ләкин Лафайет һәм башҡа күренекле кешеләр төшөрөлгән картиналары күптәргә таныш. Уның 1837 йылғы телеграфы АҠШ-тың Милли музейында һаҡлана, ә ҡала ситендәге йорто хәҙер тарихи һәйкәл тип танылған..
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1818 йылдың 29 сентябрендә Морзе Лукреция Пикеринг Уокерға өйләнә. Уларҙың өс балаһы була. Беренсе ҡатыны вафатынан һуң 1848 йылдың 10 авгусында Элизабет Грисуолдҡа икенсе тапҡыр өйләнә. Был никахтан дүрт бала тыуа[19].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың икенсе яғындағы кратерға Сэмюэл Морзе исемен бирә.
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 27 апрелендә Сэмюэл Морзеның тыуған көнө хөрмәтенә Google үҙенең баш битен үҙгәртә, «Google» яҙыуын Морзе коды менән урынлаштыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Archives Directory for the History of Collecting in America — Фрик коллекцияһы.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118584308 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 5,0 5,1 Samuel Finley Breeze Morse (нидерл.)
- ↑ 6,0 6,1 Staiti P. J. Morse, Samuel F(inley) B(reese) (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T059745
- ↑ Mabee C. Samuel F.B. Morse // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 8,8 https://www.nga.gov/collection/artist-info.1737.html
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ http://pid.emory.edu/ark:/25593/8zpjg
- ↑ https://hdl.loc.gov/loc.mss/eadmss.ms997010
- ↑ https://www.loc.gov/z3950/gateway.html#lc
- ↑ http://www.yaleslavery.org/WhoYaleHonors/morse.html
- ↑ https://www.bellasartes.gob.ar/
- ↑ https://art.thewalters.org/browse/creator/samuel-finley-breese-morse/
- ↑ Морзе Сэмюэл Финли Бриз // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 17,0 17,1 Морзе, Сэмюэл Финли Бриз — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Сэмюэл Морзе 2018 йыл 8 февраль архивланған. // Альманах для любознательных «Хочу всё знать»
- ↑ МОРЗЕ СЭМЮЭЛ ФИНЛИ БРИЗ (1791-1872) . Дата обращения: 10 июнь 2015.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уилсон Митчел. Американские учёные и изобретатели / Пер. с англ. Виктора Борисовича Рамзеса; под ред. Н. Тренёвой. — М.: Знание, Москва, 1975. — С. 27—34. — 136 с. — 100 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морзе, Самуил-Фенли-Бриз // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- А. В. Каменский «Эдисон и Морзе: их жизнь и научно-практическая деятельность», СПб., тип. Ю. Н. Эрлих, 1891.
- Официальный портрет пятого президента США Джеймса Монро 2006 йыл 3 октябрь архивланған., автор Сэмюэл Ф. Б. Морзе, 1819 г. (Коллекция Белого дома) — Ссылка не работает
- Сэмюэл Морзе — жизненный путь человека 2018 йыл 23 февраль архивланған. — Ссылка не работает
- Дмитрий Быков Нерусский телеграф «Известия» 27.04.11
- 27 апрелдә тыуғандар
- 1791 йылда тыуғандар
- Массачусетста тыуғандар
- 2 апрелдә вафат булғандар
- 1872 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- АҠШ уйлап табыусылары
- Алфавит буйынса уйлап табыусылар
- Башня һәм Ҡылыс орденының кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- АҠШ рәссамдары