Ҡарһаҡ
Ҡарһаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Vulpes corsac (Linnaeus, 1768) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 23051 |
Ҡарһаҡ[1] йәки ҡарһаҡ төлкө, дала төлкөһө (рус. Корсак, лат. Vulpes corsac)— Себер далаларында йәшәй торған ваҡ төлкө.
Тышҡы ҡиәфәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарһаҡ төлкөгә оҡшаған. Кәүҙәһе төлкөнөкөнән бәләкәй, ҡолаҡтары ҙурыраҡ, ослоҡтары оҙонораҡ. Кәүҙәһең оҙонлоғо 50—60 см, ҡойроғо — 25—35 см. Бейеклеге 30 см тирәһе. Ауырлығы 4 — 6 кг. Мороно ҡыҫҡа, осло, бите киң, ҡолағы киң һәм осло.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарһаҡ далаларҙа, ярым сүллектәрҙә һәм өлөшләтә афған төлкөләре менән бер рәттән Көньяҡ-Көнсығыш Европа һәм Азия сүллектәрендә таралған. Ул шулай уҡ Ирандың төньяғынан, Әзербайжандан, Әрмәнстандан, Афғанстандан һәм Урта Азиянан Монголияға һәм Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышына тиклем осрай. Рәсәйҙә көнбайышта һирәкләп Волгаға һәм Донға, Төньяҡ Кавказға, төньяҡта — Түбәнге Волга буйына, Уралдың көньяҡ осона, Көнбайыш Себерҙең көньяғына тиклем барып етә; ареал сиге көнбайыштан Алтай буйлап үтә һәм Зайсан бассейнының төньяҡ битләүе буйлап Монголия менән дәүләт сигенә тиклем бара. Рәсәйҙә ареалдың тағы бер өлөшө — Байкал аръяғының көньяғы.
Статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарһаҡ — ҡиммәтле тире әҙерләү кәсебе объекты (ҡышҡы тиреһе ҡулланыла). Кимереүселәрҙе юҡҡа сығарып файҙа килтерә. Уларҙың һаны буйынса аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.
Төрсәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Vulpes corsac corsac — ғәҙәти ҡарһаҡ йәки ҡаҙаҡ ҡарһағы. Төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ-көнсығыш Ҡаҙағстанда һәм Рәсәйҙең көньяғында осрай. Ҡарһаҡтың бөтә төрҙәре араһында ул — иң ҙуры, тиреһе һәм ҡойроғо ғына ҡабарынҡы.
- Vulpes corsac kalmykorum — ҡалмыҡ ҡарһағы. Ҡалмыҡстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Төньяҡ Кавказдың дала һәм ярымсүл зоналарында һәм Волга менән Урал йылғалары араһында осрай. Тиреһе ҡаҙаҡ ҡарһағыныҡы кеүек мамыҡлы түгел.
- Vulpes corsac turcmenicus — төркмән ҡарһағы. Төрөкмәнстанда, көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ Ҡаҙағстанда, Көньяҡ Үзбәкстанда, төньяҡ Афғанстанда, Монголияла, Шеңжан-Уйғыр автономиялы районында һәм күрше төбәктәрҙә таралған. Ҡарһаҡтарҙың иң бәләкәй төрсәһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Concise Oxford English Dictionary (билдәһеҙ) / Julie Pearsall. — 10. — Oxford University Press, 2002. — С. 321. — ISBN 0-19-860572-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позвоночные животные России: Корсак 2021 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гептнер В. Г. Корсак. — М.: ВНЕШТОРГИЗДАТ, 1932. — 26 с. — 5000 экз.
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |