Харьков
Ҡала | |||||
Харьков укр. Харків | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Майҙаны |
350 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
1 452 887 кеше (2015) | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+380 57(2) | ||||
Почта индексы |
61000-61499 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | |||||
Харьков (укр. Харків) — Украиналағы ҡала. Харьков өлкәһенең административ үҙәге.
Украинала кеше һаны буйынса икенсе ҡала. СССР тарҡалғанға тиклем Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышып, танк, трактор, турбиналар төҙөү буйынса икенсе урында[1] индустрия, фән һәм транспорт үҙәге булараҡ өсөнсө урындағы ҡала булған[2] . XX быуаттың икенсе яртыһында — Көньяҡ-Көнсығыш Европаның төп транспорт магистрале бынан үтә[3].
Ҡалаға нигеҙ 1654 йылдар тирәһендә һалынған [4] . Элек был урында Харьков тигән боронғо рус ҡаласығы булған, XI быуатта ҡыпсаҡтарҙың Шарукань ҡаласығы йәки V быуатта һундарҙың Харька ҡаласығы булған[5][6] тигән фараздар бар.
1917 йылдың декабренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Украина Халыҡ Республикаһы Советының, 1918 йылдың февраль – мартында Донецк – Кривой Рог республикаһының, 1919 йылдан 1934 йылға тиклем Украина Совет Социалистик Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була.
Ҡалала 142 фәнни-тикшеренеү институты [7][8], 45 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Харьков университеты (1805 йылда нигеҙләнгән) һәм Харьков пилитехник университеты (1885 йылда нигеҙләнгән)[9]; 16 музей[10], ҡала картиналар галереяһы[9], 6 дәүләт театры[9], 80 китапхана[9] эшләй.
Ҡала Ленин (1970) Һәм Октябрь Революцияһы ордендары (1983) менән наградланған. Ҡаланың Европа Советынан алған наградалары бар (2010)[11]). 2013 йылдың 8 июлендә Харьков «хәрби дан ҡалаһы» (Украина тарихында беренсе тапҡыр)[12] исемен ала.
2012 йылда, Украинала беренселәрҙән булып, футбол буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.
Билдәле шәхестәре[13]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абрамзон Леонид Семёнович (21.02.1934—25.11.1986), ғалим-инженер-механик, 1971—1986 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1985)[14].
- Руттер Валерий Дмитриевич (21.01.1924—25.09.2010), дирижёр. 1966—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Башҡорт АССР‑ының (1969) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының (1978) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[15].
- Славинский Пётр Михайлович (16.10.1899—2.05.1977), дирижёр. 1938—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, театрҙың симфоник оркестрын ойоштороусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1944) артисы[16].
- Челпановский Анатолий Фёдорович (1936—29.04.2005), инженер-механик. 1981 йылдан Ишембайҙағы «Витязь» транспорт машиналары эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре: конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, әйҙәүсе инженер, бүлек, артабан бюро начальнигы. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994)[17].
Физик-географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Рәсәй урта һыҙаты ҡалыҡыулығының көньяғында урынлашҡан. Ҡалала Харьков, Лопань, Уды, Немышля, Алексеевка, Саржинка, Очеретянка, Роганка, Студенок йылғалары бар. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 135 м. Иң юғары нөктәһе 205 м, иң түбән нөктәһе — 94. Ҡаланың рельефы тигеҙ түгел. Ҡалаың агломерацияһы бар.
Харьковтан яҡындағы ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдары буйлап)[18] | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Санкт-Петербург ~ 1411 км. Минск ~ 986 км. Сумы ~ 189 км. |
Мәскәү ~ 749 км. Орёл ~ 375 км. Белгород ~ 78 км. |
Воронеж ~ 393 км. Старый Оскол ~ 245 км. |
|||||||
Полтава ~ 147 км. Киев ~ 495 км. Львов ~ 1049 км. |
Луганск ~ 350 км. Волгоград ~ 839 км. |
||||||||
Днепропетровск ~ 234 км. Одесса ~ 704 км. |
Запорожье ~ 307 км. Мелитополь ~ 426 км. / Симферополь ~ 671 км. |
Донецк ~ 311 км. Ростов-на-Дону ~ 489 км |
|||||||
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Харьков уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан. Харьковта климаты уртаса – континенталь, ҡыш сағыштырмаса йомшаҡ һәм оҙайлы, йәй ваҡыты менән ҡоро килә.
- Уртаса йыллыҡ температуры — +8,1 C°
- Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,9 м/с
- Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 74 %
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 11,0 | 14,6 | 21,8 | 30,5 | 34,5 | 36,8 | 37,6 | 39,8 | 33,7 | 29,3 | 20,3 | 13,4 | 39,8 |
Уртаса максимум, °C | −2,2 | −1,6 | 4,3 | 14,0 | 20,8 | 24,3 | 26,4 | 25,7 | 19,4 | 12,0 | 3,6 | −1,1 | 12,1 |
Уртаса температура, °C | −4,6 | −4,5 | 0,7 | 9,2 | 15,6 | 19,3 | 21,3 | 20,3 | 14,4 | 7,9 | 0,9 | −3,5 | 8,1 |
Уртаса минимум, °C | −7 | −7,3 | −2,4 | 4,6 | 10,3 | 14,2 | 16,2 | 14,9 | 9,8 | 4,3 | −1,5 | −5,9 | 4,2 |
Абсолют минимум, °C | −35,6 | −35 | −32,2 | −13,1 | −6 | −1,1 | 5,7 | 1,2 | −4,8 | −10,7 | −22,6 | −31,4 | −35,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 33 | 32 | 34 | 50 | 61 | 60 | 42 | 47 | 44 | 41 | 36 | 516 |
Сығанаҡ: Погода и климат погода в Харькове (архив температур) |
Эске бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала 9 районға бүленә:
- Биҫтәһе районы
- Индустриаль районы
- Киев районы
- Мәскәү районы
- Немышля районы
- Основа районы
- Һалҡын Тавы районы
- Шевченко районы
- Яңы Бавария районы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Харьков, 1941-й. Часть первая: У края грозы / В. К. Вохмянин, А. И. Подопригора. — Харьков: Райдер, 2008. — 100 с. — (Харьков в войне). — 1 000 экз. — ISBN 978-966-8246-92-0.
- ↑ Харьков: Архитектура, памятники, новостройки: Путеводитель. Сост. А. Лейбфрейд, В. Реусов, А. Тиц. — Х.: Прапор, 1987
- ↑ Харьков, 1941-й. Часть вторая: Город в огне / В. К. Вохмянин, А. И. Подопригора. — Харьков: Райдер, 2009. — 148 с. — (Харьков в войне). — 1 000 экз. — ISBN 978-966-96896-7-2.
- ↑ 250-летие современного Харькова праздновалось в 1905 году, 300-летие — в 1956, 350-летие — в 2004.
- ↑ История Харькова#Происхождение названия
- ↑ Варианты написания города «Харька» в персидских рукописях, согласно А. П. Ковалевскому (1956): ﻪﻓﻮﺤ или ﻪدﻮﺤ или ﻒﺮﺤ или ﻪﻗﺮﺤ
- ↑ Перечень научно-исследовательских институтов Харькова
- ↑ Перечень научно-исследовательских институтов Харькова: конец списка
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Всё о туризме. Гостиницы Харькова
- ↑ Справочник «Весь Харьков». Музеи
- ↑ Срочно! Харьков получил Премию Совета Европы, Общественные новости в Харькове, Украине и Мире — Городской Дозор 2010
- ↑ Харьков стал первым в Украине «городом воинской славы» http://sobytiya.tv/ru/news/3134--harykov-stal-pervym-v-ukraine-gorodom-voinskoj-slavy/ 2013 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Абрамзон Леонид Семёнович (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Руттер Валерий Дмитриевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Славинский Пётр Михайлович 2019 йыл 29 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Челпановский Анатолий Фёдорович (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2021)
- ↑ Расчёт расстояний между городами . Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 13 август 2011 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт города Харьков 2022 йыл 14 апрель архивланған. (укр.) (рус.) (инг.)